Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Февраль 2025, 13:46

Уяу һәм иғтибарлы булыу мөһим

Асҡын район Мәҙәниәт йортонда район хакимиәте башлығы һәм Рәсәй федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте БР буйынса идаралығының Бөрө ҡалаһындағы бүлексәһе начальнигы ҡатнашлығында уҡыусылар менән "Профилактика. Хәүефһеҙлек. Балалар” киҫәтеү әңгәмәһе үтте.  

Профилактика. Безопасность. ДетиПрофилактика. Безопасность. Дети
Профилактика. Безопасность. Дети

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов  ҡунаҡ менән таныштырып, балаларға әлеге сарала бик күп файҙалы мәғлүмәт аласаҡтарын белдерҙе.

Сара барышында бүлек етәксеһе  уҡыусыларға Рәсәй ФСБ структураһы, эше, бурыстары, эшмәкәрлек йүнәлештәре тураһында һөйләне. Экстремизм һәм терроризм осраҡтарын киҫәтеүгә, шул иҫәптән  телефондан шылтыратыуҙар һәм Интернет  селтәре аша килеүсе ҡурҡыныстар  - киберенәйәтселеккә  айырым иғтибар бүленде.

 Киң таралған ысулдарҙың береһе — онлайн-уйындар, был чаттарҙа ябай исем артында балаларҙы төрлө енәйәтсел ғәмәлдәр ҡылырға этәрергә, алдаштырырға мутлашыусы өлкән кеше булырға мҡмкин. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, атап әйткәндә, террористик акттар ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирелде. Әңгәмә барышында буллинг — бер үк кешегә йүнәлтелгән агрессив ҡараш проблемаһына ла иғтибар бүленде. 

Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле әлеге ваҡытта егеттәребеҙ МХО-ла Тыуған илебеҙ ихтыяждарын ҡыйыу яҡлауҙары тураһында һөйләп, махсус хәрби операцияның маҡсаты һәм бурыстарына ла туҡталды.
Балалар ФСБ вәкиленең һөйләүен иғтибар менән тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Әңгәмә ахырында уҡыусыларға уяу, һаҡ булырға, тәртипһеҙлектәрҙән йыраҡ торорға, мутлашыуға бәйле барлыҡ шикле ғәмәлдәр, осраҡтар тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәңәш бирелде.
Автор: Алия Ғилуанова.

Профилактика. Безопасность. Дети
Профилактика. Безопасность. Дети
Профилактика. Безопасность. Дети
Профилактика. Безопасность. Дети
Автор:
Читайте нас