Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль , 16:52

Ҙур башланғысҡа нигеҙ һалған

Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан йәш фермер ”Агростартап” программаһы буйынса грант алған.     

Ҙур башланғысҡа нигеҙ һалған
Ҙур башланғысҡа нигеҙ һалған

Башҡортостан Республикаһы Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан йәш фермер Абдуррахман Дүсмәтов үҙенең фермер хужалығын булдырырға ҡарар итә. Бының өсөн ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә “Агростартап” программаһы буйынса грант алыуға конкурста ҡатнашыуға ғариза бирә. 2025 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проек “Эффективная и конкурентная экономика”) буйынса дауам итә.

“Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү” проекты менән конкурста еңеү яулап, фермер 41 башҡорт тоҡомло бейә һәм “Беларус” тракторы һатып ала. Ул Борай районында ит продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү өсөн аттар үрсетә. Әле үк Абдрахман Дүсмәтовтың уңыштарын билдәләргә мөмкин. Уның хужалығында һоло һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫтерелгән 100 гектарҙан ашыу сәсеү майҙаны бар. Аттарҙың иҫәбе 81-гә еткән.

“Агростартап” – ауыл ерендә даими йәшәгән, шөғөлләнергә теләгән йәки әленән ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән Рәсәй граждандарына бер тапҡыр бирелә торған ярҙам сараһы. Грант 18 айға иҫәпләнгән һәм проект хаҡының 90 процентын ҡаплай. Финанслау алғандан һуң фермер кәмендә биш йыл эшмәкәрлек алып барырға бурыслы. Әгәр 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленһә, кәмендә бер яңы даими эш урыны булдырырға кәрәк. Сумма әҙерәк булғанда, хужалыҡта уның хужаһының эшләүе етә.

Фото: Борай районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: