Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Февраль , 09:15

Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!

Балтас районы Мата ауылы эргәһендә уҙған ҡаргиҙгестәр ярышы  Балтас, Асҡын, Тәтешле, Мишкә райондары һәм Өфө, Чернушка, Бөрө ҡалаларынан килгән спорт  һөйөүселәрҙе  бер майҙанға  йыйҙы.

Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!

 Әлеге сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланыуы менән  генә түгел, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә үткәрелеүе  менән дә әһәмиәтле булды.

Балтас, Асҡын, Тәтешле, Мишкә райондары һәм Өфө, Чернушка, Бөрө ҡалаларынан килгән спортсылар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, ҡышҡы актив ялды күрһәтеү һәм техник спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған  байрамда көс һынашты.

Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм күп һанлы тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин, үҙ йөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү  буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты рәйесе Урал Искәндәров сәләмләне.

Ярыш  ҡағиҙәләре буйынса ҡатнашыусыларға ике этапты уҙырға  кәрәк ине.

Беренсе этап – ваҡытҡа  дүрт саҡрымға яңғыҙ йөрөү. Был һынауҙа ҡаргиҙгестең тиҙлеге генә түгел, ә спортсының оҫталығы ла мөһим роль уйнаны.

 Икенсе этап - “змейка” элементын техник оҫта башҡарыу  һәм сәпкә төҙ атыу. Был ҡатлаулы һынау спортсыларҙан теүәллек, иғтибарлылыҡ һәм ҡаргиҙгес менән яҡшы идара итеүҙе талап итте. Ҡыҙыу һәм шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс уҙыштарҙа 38 спортсы ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе еңеүгә ынтылды, әмма дуҫлыҡ һәм берҙәмлек рухы тантана итте!

Күптән көтөлгән нәтижәләр ҙә билдәле булды! 

“Еңеүгә ынтылыш өсөн” номинацияһында – Тәтешле районынан Динар Биктимеров, “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында – Асҡын районынан Таһир Ғәлиев, “Иң виртуоз ҡатнашыусы” номинацияһында  – Балтас районынан Ринат Хәйруллин, “Иң ҡыйыу ҡатнашыусы” номинацияһында  – Илдар Ғәйниәхмәтов, “Иң матур спортсы” номинацияһында – Мишкә районынан Азат Мөғәллимов, “Иң тырыш ҡатнашыусы” номинацияһында – Асҡын районынан Илгиз Камалтдинов, “Иң сыҙам ҡатнашыусы” номинацияһында – Балтас районынан Рәмил Хаҡов билдәләнде.

“Горники” төркөмөндә   беренсе урынды – Рафаил Әхмәтйәнов  (Бөрө ҡалаһые), икенсе урынды – Радим Нуриев (Балтас районы), өсөнсө  урынды Юлай Дәүләтшин (Асҡын районы) яуланы.

“Тайга” төркөмөндә Айрат Абраров (Асҡын районы) – беренсе, Вадим Хәйҙәров (Мишкә районы) – икенсе, Илнур Карамов (Тәтешле районы) өсөнсө  урынға лайыҡ  булды.

“Сит илдә етештерелгән ҡаргиҙгестәр” төркөмөндә Мишкә районынан Равиль Алимов беренселекте  алды. Икенсе урында – Айбулат Абдуллин (Асҡын районы), өсөнсө урында – Павел Иванов (Өфө ҡалаһы).

“Буран” төркөмөндә пьедесталдың юғары баҫҡысына Асҡын районынан Сәғит Шәймиев күтәрелде. Еңеүселәр һәм призлы урындар алыусылар иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. 

Бу сараны ойоштороусыларға  һәм уларға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тамашасылар таралышты. Уларҙың тырышлығы менән был  ярыш бик юғары дәрәжәлә уҙҙы һәм онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Балтач таңнары

Ғәзим Талипов фотолары. 

Фирғәт Нәбиуллин

Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Асҡын спортсылары еңеүселәр рәтендә!
Читайте нас: