Ошо көндәрҙә Башҡортостанда насар метеорологик күренештәр: ел, боҙлауыҡ һәм томан көтөлә. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Башгидрометҡа һылтанып иҫкәртә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 7 февралдә, республикала көн аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ була. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫәсәк. Ә бына көньяҡ-көнсығышта көслө ел көтөлә, ул секундына 15 метрға етәсәк. Һауа температураһы төндә -8,-13, урыны менән -16,-21, көндөҙ -5,-10 градус, таулы райондарҙа нулгә тиклем йылыта. Автомобиль юлдарында урыны менән боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.