Йәнтөйәк
-7 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль , 09:42

Йондоҙнамә (3-9 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә    

Йондоҙнамә (3-9 февраль)
Йондоҙнамә (3-9 февраль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аралашыу уңышлы барыр. Үҙегеҙҙе һәйбәт яҡтан күрһәтә алырһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ ихтимал. Уға һис шикләнмәйенсә риза­ла­шыуығыҙ дөрөҫ булыр.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала етди һөйләшеү өсөн шишәмбе көн уңайлы булыр. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тулыһынса асыҡларһығыҙ. Кесе йомала ваҡытлы һәм кәрәкле кәңәш бирерҙәр. 

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төрлө ваҡиғаға бай аҙна көтөлә. Ши­шәмбелә хәлдәр барышы бөтөнләй уйла­маған йүнәлеш алыр. Уларға төшөнөү өсөн тәжрибәгеҙ етергә тейеш. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бөтә осраҡта ла һеҙҙән иғтибарлылыҡ талап ителә. Шишәмбе һәм шәмбелә көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бар яҡтан да өйрәнергә ҡуша.        

Буға (21.04 – 21.05)
Һис икеләнмәйенсә иң ауыр эштәргә тотоноғоҙ. Ҡыйынлыҡтар артыр, шулай ҙа барыһын да йырып сығырһығыҙ. Бер юлы файҙалы тәжрибә тупларһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар бик яй барасаҡ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе башҡара ла алмаҫһығыҙ һымаҡ. Кесе йомала өйөгөҙҙә мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Улар аҡса ла талап итер, моғайын.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шишәмбелә ашыҡмағыҙ, башта хәлдәрҙе ентекләп өйрәнегеҙ. Йомала, киреһенсә, етеҙ эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Йондоҙҙар күберәк үҙегеҙгә таянырға кәңәш итә – яҡын­дарығыҙҙың һүҙҙәре башығыҙҙы бутар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның тәүге яртыһы көсөргәнешлерәк уҙыр. Һис тә уйламаған эш килеп сығыуы ихтимал. Артабан бер аҙ еңел булыр. Йома көн  һеҙҙе уңыштар, һәйбәт яңылыҡтар менән ҡыуандырыр. 

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Дүшәмбелә ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Ҙур булмаған хаталар ҙа булыуы ихтимал. Уларҙы тиҙ төҙәтерһегеҙ. Артабан дөйөм хәл ыңғайға үҙгәрер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ниндәйҙер мәсьәлә буйынса яңылыш юлдан китеүегеҙ мөмкин. Бәғзе эштәрегеҙгә кире ҡайтып, уларҙы яңынан башҡарырға тура килер. Кесе йомала алған рәсми хат өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр төҫ­мөрләнер. Бәғзеләр күңеленә оҡшаған кешене осратыр. Әүҙемдәр танышырға ла өлгөрөр. Кесе йомала ауырлыҡ көтөлә. Һеҙҙән түҙемлек талап ителер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна яҡшы башланыр. Күтәренке кә­йефегеҙ эшегеҙгә булышлыҡ итер. Шаршамбыла элекке дуҫтарығыҙҙан хәбәр алырһығыҙ. Кесе йомала үҙ фекерегеҙҙә ныҡ тороуығыҙ мөһим.

Йёшлек

Автор:
Читайте нас: