Һәр мәктәптең төп байлығы — уҡыусылар, улар яҙмышында уҡыу йортоноң, райондың, республиканың тарихы сағыла. Яңы Бәрҙәш урта мәктәбе лә был яҡтан бер нәмә менән дә айырылмай. Мәктәпте тамамлаусылар араһында илдең төрлө мөйөшөндә йәшәгән төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың һәр береһе тураһында мәктәп уҡытыусылары туҡтауһыҙ һөйләй ала. “Беҙҙең йондоҙсоҡтар”, — ти айырым йылылыҡ менән Яңы Бәрҙәш педагогтары Ләлә һәм Илсур Ильясовтар тураһында. Ысынлап та, ике бер туған үҙҙәренең тырышлығы, ныҡышмалылығы һәм ҡыҙыҡһыныусанлығы менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Улар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, социаль әһәмиәтле проекттарҙа һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, уҡыған саҡта Ильясовтар һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө, асыҡ күңелле, баҫалҡы булды. Улар икеһе лә мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы һәм үҙҙәре теләгән уҡыу йортона еңел генә инеп китте.
Хәҙер Илсур Рәсәй Яза үтәү федераль хеҙмәтенең Воронеж институтында 3-сө курста уҡый, ә Ләлә — Рәсәй Яза үтәү федераль хеҙмәтенең Һамар юридик институтының 1-се курс курсанты.
— Уҡыуы, әлбиттә, ауыр. Ләкин артҡа сигенергә иҫәп юҡ. Бөтәһен дә ваҡытында эшләргә кәрәк, шул саҡта уҡыу менән проблемалар ҙа, “ҡойроҡтар” ҙа булмаясаҡ, — ти Ильясовтар.
Юғары уҡыу йортонда уҡыу көнө ҡаты һәм тығыҙ төҙөлгән, буш ваҡыт юҡ тиерлек. Ләкин Ильясовтар беренсе көндән үк хеҙмәттең, приказдарҙы үтәү, тәртип, яуаплылыҡтың нимә икәнен, ҙур тырышлыҡ һалмай, тышҡы контроль һәм эске тәртиптән тыш уҡыуҙа бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшеп булмауын яҡшы аңлай. Шуға ҡарамаҫтан, улар курсант тормошоноң күп ҡырлы һәм төрлө сағыу ваҡиғалар менән тулы булыуын, ябай студент тормошонан ҡырҡа айырылыуын билдәләй. Институтта уҡыуҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөп булмай, уны үҙеңдә тойорға кәрәк, ти енәйәт-башҡарыу системаһының буласаҡ хеҙмәткәрҙәре.
— Беҙ атай-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ, улар беҙгә һәр ваҡыт булышты һәм беҙ һайлаған юлды хөрмәт итте. Уларҙың хәстәренән, һөйөүенән башҡа беҙ бөгөнгө көнгә етмәҫ инек, — ти Илсур һәм Ләлә.
Сирена Фоат ҡыҙы һәм Илвер Әнғәм улы Ильясовтар тырыш, аҡыллы балалары менән ғорурлана.
Зөлфирә Сәфәрова.
Ҡариҙел районы.