Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
23 Ғинуар 2025, 09:42

Башҡортостан рейтингта беренсе!

Президент гранттары конкурсына ғаризалар байтаҡ.  

Башҡортостан рейтингта беренсе!Башҡортостан рейтингта беренсе!
Башҡортостан рейтингта беренсе!

Быйылғы Президент гранттарының тәүге конкурсына әүҙемлек буйынса беҙҙең республика Рәсәй субъекттары араһында, Мәскәүҙән ҡала, беренсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан конкурс еңеүселәре һаны буйынса дүртенсе урынды биләй. Беҙҙең төбәктән 46 социаль проект финанс яҡтан ярҙам алды. Был башланғыстар дөйөм алғанда 73,4 миллиондан ашыу һумлыҡ ярҙам аласаҡ. Был былтырғы тәүге конкурс сиктәрендә бүленгән сумманан 7,7 миллион һум тирәһенә күберәк.

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды төбәктәр араһында финанслашыу күләме буйынса ғәҙәттәгесә беренсе урын яуланы.

- Беҙҙең республикаға бындай ышаныс быға тиклем тормошҡа ашырылған проекттар баһаһына нигеҙләнгән. Еңеүсе проекттар көнүҙәк социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ул мәғариф, мәҙәниәт, спорт кеүек мөһим өлкәләрҙе үҙ эсенә ала, - тине Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов.

Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй буйынса Президент гранттары фонды 4,7 миллиард һум аҡса йүнәлтте.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас