Әминә Тәхәүетдин ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотларға Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева һәм Муллаҡай ауыл биләмәһе башлығы Вячаслав Иванович Кальсин килә. Улар юбилярға изге теләктәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра.
Әминә апай Солтанбәк ауылында тыуып үҫә. Уға бик йәшләй тормош ауырлығын үҙ иңендә татырға тура килә. Һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын күргән Әминә Тәхәүетдин ҡыҙы Солтанбәк ауылында мәктәпте тамамлағас, бер йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Аталары йәшләй донъя ҡуйғас, Әминә апайға бик иртә эшләргә тура килә. 15 йәше тулғас, Ленинград һәм Новгород яҡтарында торф сығарыуҙа ҡатнаша. Ике йылдан артыҡ эшләп, аҡса алып, кейемдәр һатып алып ҡайта.
Артабан Муллаҡай ауылында урман кисә. Шунда буласаҡ тормош иптәшен Рамазан Нурмөхәмәт улын осрата. Әминә апай 1959 йылда Муллаҡай ауылына килен булып төшә.
Тормош иптәше менән 60 йыл йәшәп, биш балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың икеһе генә иҫән. Әминә апайға 15 йыл ҡәйнә менән бергә йәшәргә лә тура килә. Улар үҙ-ара дуҫ-татыу булып, аңлашып йәшәй, ҡәйнәһе балалар ҡарарға ярҙам итә.
Әминә апай ҙа, Рамазан ағай ҙа ауылда сплавта 30 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Әминә Тәхәүетдин ҡыҙы бөгөн Солтанбәк ауылында Әнғимә ҡыҙы һәм Винер кейәүе тәрбиәһендә йәшәй. Дүрт ейән-ейәнсәре һәм бер ейәне булыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Әминә Тәхәүетдин ҡыҙын 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, имен, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Наилә Имаева.