Ания Ғилфан ҡыҙы 1925 йылдың 15 ғинуарында Борай районы Сәйет-Көрйә ауылында 13 балалы ғаиләлә өсөнсөһө булып донъяға килә.
Ания Ғилфан ҡыҙы — тыл хеҙмәткәре, «Әсәлек даны», шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән, «Хеҙмәт ветераны» исемен дә лайыҡлы йөрөтә.
Ул бар ғүмерен Чапай колхозында эшләүгә арнай: комбайынсы, тракторсы була. Үҙ иңенә төшкән бар ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән кисерә. Хөрмәтле ағинәй — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны.
Тормош иптәше Фәйзелғаян Солтанғәли улы Солтанғәлиев менән 55 йыл татыу ғүмер итеп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөгөн Ания Ғилфан ҡыҙы балаларының, 59 ейән-ейәнсәренең һәм бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер итә.
Ания Ғилфан ҡыҙын оло юбилейы – 100 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, артабан да шулай балаларының ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Сығанаҡ: Рушан Гараев