Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Ғинуар 2025, 06:00

Һал ағыҙыусынан етәксегә тиклем

Фәрдәт Шәмсетдиновҡа һайлаған һөнәренә һәм хеҙмәт һалған ойошмаһына тоғролоҡ, яуаплылыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар хас. Тармаҡты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” һәм “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.

Һал ағыҙыусынан етәксегә тиклемҺал ағыҙыусынан етәксегә тиклем
Һал ағыҙыусынан етәксегә тиклем

Һөнәр һайлау
Фәрдәт Шәмсетдинов предприятиела 40 йыл эшләй 1977 йылдан башлап бер урында. Ошо йылдар эсендә күпме хәл-ваҡиғалар булып үткән...
— 1977 йыл минең өсөн кисә кеүек кенә, — тип хәтер йомғағын һүтә Фәрдәт Мәүләүи улы. — Ул ваҡытта миңә 17 йәш ине. Хеҙмәт юлым Ҡараяр мәктәбенең 10 класын тамамлағас Өфө һал ағыҙыу контораһының Юғары Өфө участкаһында өсөнсө разрядлы һал ағыҙыусы булып башланды. 1978 йылдың апрелендә хәрби хеҙмәткә алындым, Германияға эләктем. Армияла саҡта уҡыу тураһында уйландым, китапханаға барып, алгебра, физика буйынса дәреслектәр алып уҡый башланым. Хәрби хеҙмәттән һуң, 1980 йылда, Урал урман-техник институтына “урман инженерияһы эше” белгеслеге буйынса уҡырға индем. Биш йылдан һуң тыуған ауылыма ҡайттым. Әйткәндәй, студент йылдарында йыл да хеҙмәт отрядында эшләнем, бишенсе курстан һуң да Салауат районында эшләп алдым.
Дипломлы белгесте элекке коллективында ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Йәш, инициативалы Фәрдәт Шәмсетдиновты Өфө урман комбинатының алдынғы бүлексәһе булған Йүрүҙән һал ағыҙыу участкаһына мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Предприятие даими рәүештә ағас ағыҙыу буйынса планды арттырып үтәй, шунлыҡтан “Башурман” берекмәһе урман комбинатының Почет грамоталары менән бер нисә тапҡыр бүләкләнәләр.
Фәрдәт Мәүләүи улын 1985 йылда — Йүрүҙән мелиоратив участкаһы, ә бер йылдан Юғары Өфө һал ағыҙыу участкаһы начальнигы итеп билдәләйҙәр. Урман сәнәғәте предприятиеларындағы реформаларға ярашлы, уға төрлө етәксе вазифаларында эшләргә тура килә. Ҙур хеҙмәт тәжрибәһенә һәм төплө белемгә эйә булған Фәрдәт Шәмсетдинов Йүрүҙән урман комбинатын яңыртып ойошторғандан һуң “ЙүрүҙәнУрман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй. Ул ваҡытта уҡ предприятие үҙ аллы була, урман әҙерләү, ағас материалдар сығарыу менән шөғөлләнә. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алалар, һалымдар буйынса бурыстар булмай. Бынан тыш, йәмғиәт район бюджетын тулыландырыуға ла һиҙелерлек өлөш индерә.
Бынан һуң 40 йыл ваҡыт үткән. Фәрдәт Мәүләүи улы ошо һөнәрҙе һайлап яңылышмай. “Минең тормошомда башҡа һөнәр булмаясаҡ”, — ти ул йылмайып.


Коллектив өсөн ғорурлыҡ
Дүрт тиҫтә йыл эсендә Фәрдәт Мәүләүи улы үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнә. Ваҡытында ябай эшсе булып килә, ә хәҙер 25 кеше хеҙмәт һалған предприятие менән етәкселек итә.
— Минең мәктәптә лә, институтта ла уҡытыусыларым яҡшы булды, ә предприятиела остаздарым бар белгәндәрен өйрәтте, — тип дауам итә ул. — Шуға ла үҙ эшемде яратам, мин квалификациялы инженер-технолог. Бала саҡтан урманды яраттым.
Ағасты әҙерләүҙән алып уны етештереүгә тиклем ҡыҙыҡлы булыуы тураһында һөйләй ул. Эш буйынса ниндәй генә кешеләр менән осрашмай: эшселәр менән, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, башҡа предприятиеларҙан хеҙмәттәштәр менән дә.
— Коллективыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурланам, — ти етәксе. — Бер яҡтан ҡараһаң, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр менән бер нисә тиҫтә йыл бергә эшләйбеҙ. Йәш кенә килеш хеҙмәт юлын башлағайнылар, хәҙер ейәндәре үҫә. Ысын һөнәрмәндәр. Икенсе яҡтан ҡараһаң, яңы кадрҙар килә. Улар менән эшләүе еңел, ҡыҙыҡ. Беҙ — уларҙы, улар беҙҙе өйрәтә. Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙҙең предприятие заман менән бергә атлай. Яңыны, алдынғыны үҙләштерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, беҙ гидроманипуляторлы яңы урман ташыу техникаһы, станок алдыҡ.
“КаСоЛ” берләштерә
2004 йылда үҙағасты әҙерләү һәм етештереү буйынса “КаСоЛ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола, уға райондың 30-ҙан ашыу предприятиеһы инә. Ә 10 йылдан һуң йәмғиәт инициативаһы менән Башҡортостандың 50 предприятиеһын берләштергән республиканың урман сәнәғәтселәре һәм ағас етештереүселәре ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзының беренсе генераль директоры Р. Закиров булһа, хәҙер уны Ф. Шәмсетдинов етәкләй.
Йыл һайын райондың урман предприятиелары ағас әҙерләү күләмен арттыра, етештереүгә инвестициялар индерә, продукцияның ассортиментын киңәйтә. Улар милкендә заманса махсус техника һәм йыһаздар бар. “Азатлыҡ”, “Рассвет” һәм “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре мөмкинлектәрен берләштереп, Ponsse компанияһының фин урман әҙерләү комплексын ала. “Альпийский” йәмғиәтенең көслө “Харвастер”, “Форвардер” машиналары бар, улар бер бригада эшсене алмаштыра ала һәм һаҙлы урындарҙан, урмандан яҡшы үтә. “Азатлыҡ”тар лизинг сиктәрендә прицеплы өс яңы урман ташыу машинаһы һатып ала.
Шуны ла әйтергә кәрәк, “ЙүрүҙәнУрман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте район урман сәнәғәтселәре араһында Уралсиб банкында лизингка яңы махсуслаштырылған техника алыу буйынса беренселәрҙән һанала. Был яҡшы миҫал, сөнки предприятие автопаркын яңыртҡанда, киләсәкте уйлағанда ғына тармаҡ үҫә һәм сәскә ата.


Башҡараһы эштәр күп әле
Фәрдәт Шәмсетдинов — ныҡлы тормош позицияһына эйә булған шәхес. Ул етәкселек иткән предприятие урынлашҡан ауылды үҫтереүгә лә күп көс һала. Эшенә намыҫлы ҡарашы менән предприятие һәм, дөйөм алғанда, район үҫешенә лә ҙур өлөш индерә. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, 2005-2008 йылдарҙа беренсе саҡырылыш район Советын етәкләй.
Эшләү дәүерендә абруйлы етәксегә бик күп Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырыла. 2014 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ була. 10 йылдан һуң “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” исемен ала. Шулай уҡ ул Ҡариҙел районы буйынса “Яҡташтар” проектында “Сәнәғәт” номинацияһында алты еңеүсенең береһе булды.
— Иртәгәһе көн тураһында нимә әйтергә була: иң мөһиме, эш булһын. Әле башҡараһы эштәр күп, ؅— ти әңгәмә аҙағында Фәрдәт Мәүләүи улы.


Зөлфирә Зарипова.

Ҡариҙел районы.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас