Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
18 Ғинуар 2025, 10:20

Сәләмәтлек сәғәте үтте

Әмир ауылында “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә фельдшер Сажидә Зәйнетдинова сәләмәтлек сәғәте үткәрҙе #ТрезвоеСелоАмирово2024 #ДеревняАмирово #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

Сәләмәтлек сәғәте үттеСәләмәтлек сәғәте үтте
Сәләмәтлек сәғәте үтте

“Айыҡ ауыл-2024” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Әмир ауылында әленән-әле бай йөкмәткеле саралар үтә. Улар сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спортты пропагандалауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, имен, өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлауға, милли йолаларҙы тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Тәжрибәле фельдшер Сажидә Фәрвәзетдин ҡыҙы Зәйнетдинова мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы ҡатнашлығында сәләмәтлек сәғәте үткәрҙе. Ул “Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен” темаһына лекция уҡып, спиртлы эсемлектәр эсеүҙең эҙемтәләре, уның арҡаһында килеп тыуған фажиғәләр тураһында тәфсирләп һөйләне.

  • Алкоголде ҡулланыу йыш ҡына үлем, төрлө сирҙәр, енәйәтселек, травматизм, көс ҡулланыу сәбәбе булып тора. Алкоголдең зарарлы тәьҫире кеше организмының бөтә ағзаларында һәм системаларында сағылыш таба. Алкоголдең хәүефһеҙ  дозаһы булмай, шуны хәтерҙә тотайыҡ! Һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ! — тип йомғаҡланы ул сығышын.

Илһөйәр Махатова. Автор фотоһы.

Сәләмәтлек сәғәте үтте
Сәләмәтлек сәғәте үтте
Сәләмәтлек сәғәте үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас