Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Ғинуар 2025, 08:40

Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай

“Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә “Яугирҙар төйәге” проектына ярашлы үткән илһөйәрлек сараһы бай йөкмәткеле булып күңелдәрҙә йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы. #ТрезвоеСелоАмирово2024 #ДеревняАмирово #ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #ТрезвоеСело2024#АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмайӘмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай

“Уларҙың батырлығы онотолмаҫ” тип исемләнгән кисәлә ҡатшыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында видео презентация ҡараны, билдәле хәрби яҡташтары Марс Саяповтың эстәлекле аудио яҙмаһын тыңланы, бер минут тын тороп мәрхүм фронтовик ауылдаштарын иҫкә алды. Ауыл аҡһаҡалдары, һуғыш осоро балалары Мәүзит Талипов менән Закир Әхмәтов үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Асҡын тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Әнзирә Ноғоманова, Айгөл Нартдинова һәм Әмир ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Ғәзимә Зәйнетдинова әҙерләгән экспозицияны, күргәҙмә материалдарҙы ла ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Әмир ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 103 кеше алынып, шуларҙың 58-е тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, 45 ир-егет яу яланында ятып ҡала йәки хәбәрһеҙ юғала. Ауыл халҡы үҙ тырышлығы менән ҡаһарман ауылдаштары иҫтәлегенә обелиск төҙөтә, мәҙәниәт йортонда ла музей мөйөшө эшләргә ниәттәре бар.

Әмир ауылында ветеран ата-бабаларының данлы юлын дауам итеп, хәрби һөнәр һайлаған, Афған, Чечен һуғышында ҡатнашҡан ир-егеттәр байтаҡ. “Яугирҙар төйәге” проекты ла яугир ғаиләләр тарихын, уларҙың шәжәрәләрен өйрәнеүҙе, ветерандарыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлекте һаҡлау максатында төрлө саралар үткәреүҙе, обелискты тәртиптә тотоуҙы, шулай уҡ махсус  хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙҙың да ата-әсәләренә, ғаиләләренә ярҙам итеүҙе, гуманитар ярҙам йыйыу эшен туҡтатмауҙы күҙ уңында тота.

Ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Әмир ауылынан һигеҙ кеше МХО-ла, икеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды.

Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү тематик йылдарын асыу сараһы Әмир ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә асылған обелискка венок һәм сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Ғүмерҙәрен аямай балалары, ейәндәренең яҡты киләсәге өсөн Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ветерандарыбыҙ, әлеге көн Геройҙарыбыҙ хөрмәтенә ошондай илһөйәрлек саралары үтеп торһа, батырҙарыбыҙ даны онотолмаҫ, күңелдәрҙә хөрмәт һәм ихтирам йәшәр.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Әмирҙәр яугир ауылдаштарын онотмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас