Мишкә районы халҡына йыл әйләнәһенә гуманитар ярҙам йыйыуҙа битараф булмағандары өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Әлеге ярҙамды ла беҙ яугирҙарыбыҙға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына илтеп бирҙек. Егеттәргә Мишкә ауылы уҙаманы йыйған мотоциклды, мейестәр, төҙөлөш материалдары һәм исемле посылкалар алып барҙыҡ. Был юлы беҙҙең менән Ильяс Раил улы ла бар ине. Ул хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ тураһында фильм төшөрөргә материалдар туплай. Был оҙайлы эш, ләкин беҙ район тарихында ошо дәүер һәм унда мишкәләрҙең өлөшө тураһында документлаштырылған материалдар ҡалдырырға тейеш, — тип һөйләне командировканан ҡайтҡас Павел Владимирович.
Улар артынан Курск йүнәлешендә лә икенсе машина гуманитар ярҙам менән юлға сыҡҡайны. Конвой менән етәкселек итеүсе райондың бизнес-шерифы Динар Мортазин ошоларҙы һөйләне:
— Ике ай эсендә беҙҙең әүҙем команда “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте менән бергә яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы. Унда кесенән алып олоһона тиклем ҡатнашты. Улар — эшҡыуарҙар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, изге күңелле райондаштарыбыҙ. Йөк күләмле булды һәм беҙ уны ике йүнәлешкә бүлергә булдыҡ. Беренсеһен — Луганск һәм Донецк республикаларына, икенсеһен Курск өлкәһенә йүнәлттек. Юл тураһында шуны әйтә алам, сикләүҙәр, ҡатмарлыҡтар юҡ, ләкин ҡыш көнө булғанлыҡтан, ҡайҙа ҡар, ҡайҙа боҙлауыҡ. Махсус хәрби операция зонаһына ингәс, ҡарау пункттары бар.
— Яугирҙар һеҙҙе ниндәй кәйеф менән ҡаршыланы?
— Һәр ваҡыттағыса хәрби рухта, ҡыуанып, сөнки тыуған яҡтан килгән икмәк, хатта кәнфит тә ҡәҙерле. Ҡайтҡас та әле алып барған картуф, кәбеҫтә өсөн рәхмәт һүҙҙәре яҙҙылар.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 7-се биттә).
— Өсөнсө йыл ир-егеттәребеҙ Тыуған ил тыныслығын һаҡлай. Яҡташтарынан даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрелә. Әйтегеҙ әле, ул ярҙамды йыйыуҙа бер үк кешеләр ҡатнашамы, әллә башҡалар ҙа ҡушыламы?
— Гуманитар ярҙам йыйыуҙа бөтәһе лә тиерлек ҡатнаша. Баштараҡ күберәге эшҡыуарҙар әүҙемлек күрһәтте, унан район халҡы ҡушылды. Ватсапта төркөм булдырҙыҡ, әлеге көнгә унда 950-нән артыҡ кеше иҫәпләнә.
— Гуманитар ярҙам йыйғанда яугирҙарҙың теләктәре иҫәпкә алынамы? Нимәләр алып бара алдығыҙ?
— Ярҙам уларҙың һорауы буйынса йыйыла. Йыл миҙгеленә лә ҡарайбыҙ. Әле бына ҡышҡы осорға тура килтереп, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, ябыныу әйберҙәре, изолондар, төҙөлөш кәрәк-ярағы, төндә күҙәтә торған приборҙар, рациялар әҙерләнек, 16-нан артыҡ мейес кенә эшләнде. Урал мотоциклы төҙөкләндерелде, ике тележка йыйылды, “Нива” автомобиле һатып алынды.
— МХО тамамланғансы әле яугирҙарыбыҙға райондаштарыбыҙҙың ярҙамы кәрәк буласаҡ. Әйтегеҙ әле, тағы ла нимәләр йыйыу мөһим?
— Минең уйымса, илдең һәр гражданы Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Кемдер маскировка селтәрҙәре үрергә, кемдер шәмдәр эшләргә, кемдер кәрәкле кейемдәр тегергә тейеш. Беҙ дрондарға ҡаршы япмалар тегергә ҡарар иттек. Бының өсөн эшсе ҡулдар — тегенселәр кәрәк. Шулай уҡ тактик носилкалар, автомобилдәр, мопедтар кәрәк. Егеттәребеҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж, иң мөһиме — Еңеү менән иҫән-имен тыуған йорттарына ҡайтһындар ине.
— Һеҙ инде әллә нисә тапҡыр гуманитар ярҙам алып барҙығыҙ. Һәр барыу үҙенә башҡалыр. Был юлы ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?
— МХО-ға һәр барыу тулҡынландырғыс. Ҡышын 18-әр сәғәт тығындарҙа ултырған саҡ та булды. Әле барғанда 56-сы полк музейға тапшырыр өсөн трофейҙар биреп ҡайтарҙы. Был бик үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Мишкә районы.