Яңы йыл алдынан бына инде бер нисә йыл рәттән “Яңы йыл менән, ветеран!” Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителә. Был сара Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын барып ҡотлау, уларға хөрмәт күрһәтеү һәм бүләк биреү өсөн яҡшы сәбәп. Акция “Ветерандар тураһында хәстәрлек” проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте менән берлектә ойошторола. Башҡортостан быйыл да акцияға әүҙем ҡушылды. “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте әүҙемселәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар менән осрашып, уларҙы яңы 2025 йыл менән ҡотланы.
Байрам акцияһы сиктәрендә Мишкә районының Кесе Шаҙы ауылында йәшәүсе берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделислам Нурисламовты ла район хакимиәте башлығы Павел Трапезников, район ветерандар советы рәйесе Юлия Балахнина, йәштәр эше буйынса баш белгес һәм “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте кураторы Ольга Биктубаева, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлеге башҡарма секретары Людмила Аликаева барып ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
— Ветерандарыбыҙ һаны республикабыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл кәмей. Беҙ уларға Яңы йылда, Еңеү көнөндә генә түгел, ә көндәлек тормошта ла иғтибар бүлергә тейеш. Ғәбделислам Ғимадрислам улына беҙ йыш киләбеҙ, байрамдар менән ҡотлайбыҙ. Уның беҙҙе урамға сығып ихлас ҡаршы алыуына, көр күңелле булыуына, үҙ аяҡтарында йөрөүенә шатбыҙ, — тине район хакимиәте башлығы.
Оло быуын кешеләре ҡунаҡтарға бигерәк тә ҡыуана. Хөрмәтле ветеран Ғәбделислам Ғимадрислам улы ла үҙен Яңы йыл менән ҡотларға килгән етәкселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Уға әле 97 йәш. Ул Кесе Шаҙыла йәшәгән йорттан йыраҡ түгел күптәрҙе үҙенең матурлығы менән һоҡландырған ҙур булмаған быуа бар. Бәлки шуғалыр ҙа, ветеран ҡышты Бөрө ҡалаһында сыға, ә йәйгелеккә тыуған ауылына ҡайта. Балалары һәр саҡ уның эргәһендә булырға тырыша, эштәрендә ярҙам итә, ҡәҙерле кешеләрен иғтибарҙан һәм хәстәрҙән ситтә ҡалдырмай.
Был көндө лә уның эргәһендә ҡыҙҙары Зилә һәм Рәмилә ине. Яугир ҡунаҡтарға рәхмәт йөҙөнән гармунда уйнап, һуғыш темаһына йыр ҙа башҡарҙы. Улар менән донъялағы хәлдәр тураһында һөйләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға хөрмәтен белдерҙе. “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” — тине ул ҙур ышаныс менән.
Виктория Ишмырҙина.
Ильяс Яхин фотоһы.
Мишкә районы.