Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Ғинуар 2025, 17:30

Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек

Әмир ауылы мәҙәниәт йортонда  “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә “Яугирҙар төйәге” проектына ярашлы илһөйәрлек рухында фәһемле сара үтте.

Батырҙарыбыҙ даны мәңгелекБатырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек

 Әмир ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар тураһында хәтерҙе яңыртыу, улар тураһында күберәк мәғлүмәт йыйып, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында донъя күрәсәк “Хәтер китабы”на индереү, йәш быуында тарихи мираҫҡа һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған һәм “Уларҙың батырлығы онотолмаҫ” тип исемләнгән сараны Асҡын тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова әҙерләп алып барҙы.

Кисәлә район Советы секретары Рима Нәбиуллина, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Сара күренекле шағир, яҡташыбыҙ Ғосман Сәдәнең “Әниемнең өч абыйсы” тигән йыры һәм Әмир ауылы ветерандары фотолары презентацияһы менән башланды.  Ауылдың имам-хатибы Закир бабай Әхмәтов Бөйөк Ватан һуғышында, төрлө локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштары рухына, әлеге ваҡытта яуҙа булғандарҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуына Ҡөрьән аяттары уҡып доға ҡылды.

Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Әмир ауылы тарихына туҡталып, ошо ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың дошманды еңеүҙәге ҙур өлөшөн билдәләп үтте, “Хәтер китабы”на уларҙың һәр береһе тураһында  мәғлүмәт индереп ҡалдырырға кәрәклеге, бының өсөн кемдең ғаилә архивында атаһы, олатаһы, туғанының ниндәй документтары, фотолары бар, шуларҙы муҙейға тапшырыуҙарын һораны. Әйткәндәй, Йәлил ағай Мөхәмәтнуров атаһы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән Әлтаф бабайҙың байтаҡ документын алып килгәйне.

Рима Шамил ҡыҙы үҙ сығышында  Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылын районда беренсе булып ошо фәһемле сара менән әмирҙәр асыуын билдәләне һәм әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә, туғандарына район хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың Рәхмәт хаттарын тапшырып, лайыҡлы улдар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шулай уҡ Сәғитйән Ғәни улы менән Ринат Хәмзә улы ла фәһемле сығыш яһап, киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, ата-бабаларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкә төшөрҙө, донъяла тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операциянан ир-егеттәребеҙҙең тыуған өйҙәренә һау-сәләмәт ҡайтыуын теләне.

Асҡын тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Әнзирә Ноғоманова, Айгөл Нартдинова һәм Әмир ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Ғәзимә Зәйнетдинова әҙерләп ойошторған был сара бай йөкмәткеле булды. Сара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә арналып,  әлеге көндә лә Ватан именлеге өсөн көрәшкән батырҙарыбыҙҙы хөрмәтләргә, уларҙың ғаиләләренә ихтирам  һәм иғтибар күрһәтергә саҡырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Батырҙарыбыҙ даны мәңгелек
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас