Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ғинуар , 09:00

Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә

Ҡариҙелдән Сәйфелвәрис Хәйлатыпов беренсе быуын эшҡыуарҙарынан һанала. Уның ошо эшмәкәрлекте һайлауына 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Тырыш хеҙмәте, юғары етештереү күрһәткестәре өсөн ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә
Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә

Яуаплы, булдыҡлы, үҙ көсөнә ныҡлы ышанған Сәйфелвәрис Сәйфулла улы башта йөк ташыу, ауылдаштарына хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән шәхси предприятие ойоштора. Нәҡ ошо ваҡытта ул район, ауыл хужалығы идаралығы етәкселеге менән таныша һәм беҙҙең яҡтарға йәшәргә күсенеп ҡайта. 2011 йылда уға район территорияһында ер эше менән шөғөлләнергә тәҡдим итәләр. Ҡарарҙы шунда уҡ ҡабул итмәй. Бер аҙҙан ныҡлап уйлап, элекке “Мрәсим” совхозы ерҙәрен ҡуртымға ала, комбайн, трактор һатып ала. Беренсе йылда яҙғы баҫыу эштәре, урып-йыйыу менән ярҙам итәләр. Бөртөклө культураларҙан бойҙай, борсаҡ, шулай уҡ көнбағыш сәсә. Яҡшы ғына уңыш ала. Был эш башлаусы эшҡыуарҙы дәртләндерә, сөнки бар тырышлыҡ һәм финанс сығымдар бушҡа китмәй. Шундай дәрт-дарман менән ул 2012 йылды ҡаршылай. Ләкин яңы миҙгел бик ҡоро килә. Был ваҡытта Сәйфелвәрис Сәйфулла улына республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан орлоҡтар һатып алыу өсөн аҡса бүлеп, ҙур ярҙам күрһәтәләр. Шәхси предприятиеға Илеш районынан “Уңыш” ширҡәте лә булыша.
Әлеге көндә С.С. Хәйлатыпов шәхси предприятиеһында борсаҡ, бойҙай, һоло, кәрешкә, арпаның яңы юғары уңдырышлы сорттарын үҫтерәләр. Аҡрын ғына сәсеү майҙандары ла арта. Келәт комплексын яңырталар, сөнки яҡшы орлоҡ үҫтереү генә түгел, уны һаҡлау ҙа мөһим. Шул маҡсаттан Сәйфелвәрис Сәйфулла улы сәғәтенә 12 тонна иген киптерә алырлыҡ ҡеүәткә эйә “МИГ-12” киптергесе һатып ала. Уға “зәңгәр” яғыулыҡ үткәрелеп, файҙаланыуға тапшырылды.
Майҙандар артыу менән бергә хужалыҡ тракторҙар, комбайндар, ауыл хужалығы йыһаздарын да һатып ала барҙы. Бөгөн ул районда техника яңыртыу буйынса алдынғылар рәтендә.
Ҡариҙел районы республиканың төньяғында урынлашҡанлыҡтан, үҫемлекселек менән шөғөлләнеү хәүефле эш, тиҙәр. Тупраҡ кислоталы, яҡшы уңыш алыр өсөн ерҙәрҙе эзбизләү мөһим, минераль ашламалар индерергә кәрәк. С.С. Хәйлатыпов хужалығы сәсеү эштәрен башҡарыу өсөн йыл да элиталы орлоҡтарҙы 50 процентҡа яңыртып ҡына ҡалмай, 200 тоннанан артыҡ минераль ашламалар ҙа индерә. Тырыш хеҙмәттең һәм һалған сығымдарҙың һөҙөмтәһе булып юғары уңыш тора.
Сәйфелвәрис Сәйфулла улы ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологияларының барлыҡ алымдарын да белеп ҡулланғанда төньяҡ төбәктә лә һәр гектарҙан 23 һәм унан да артыҡ центнер иген алып булыуына инанды. Үҫтерелгән һәм йыйып алынған игенде һатыу менән хужалыҡ ауырлыҡтар кисермәй.
Сәйфелвәрис Сәйфулла улы етәкселек иткән ауыл хужалығы предприятиеһы 14 йыл инде ер эшкәртеү менән шөғөлләнә, орлоҡсолоҡ хужалығы статусын йөрөтә. Хәҙер ул реестрға индерелгән, сертификат алған.
Ер эше менән шөғөлләнеү — ул ҙур тырышлыҡ талап иткән оло хеҙмәт. Быны үҙ өлгөһөндә Сәйфелвәрис Хәйлатыпов иҫбат итте. Үҙенең маҡсатсанлығы, ныҡышмалылығы, оҫта ойоштороу һәләттәре менән ул эште юғары кимәлгә күтәрҙе, барлыҡ мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеп, яҡшы һөҙөмтә ала. Ҡариҙелдәргә эшҡыуарҙың исеме яҡшы таныш. Юғары етештереү күрһәткестәре өсөн ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Үҙенең һәр көнлөк хеҙмәтендә Сәйфелвәрис Сәйфулла улы республиканың алдынғы хужалыҡтары ҡаҙаныштарына таяна, аграр өлкәнең яңылыҡтарын ҡуллана. Уның эшмәкәрлеге район хакимиәте башлығы, ауыл хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгестәре һәм райондың башҡа хеҙмәттәре тарафынан яҡлау таба. Дәүләт тә техника, орлоҡтар, ашламалар, яғыулыҡ һатып алыуға субсидиялар бүлеп, ҙур ярҙам күрһәтә.
Ошо йылдар эсендә хужалыҡта механизаторҙарҙың ышаныслы командаһы барлыҡҡа килде. Улар үҙ эшенең оҫталары һәм теләһә ҡайһы заманса техниканы яҡшы белә. Коллективта һәр кеше үҙ участкаһында ғына тир түкмәй, ә бөтә етештереү процесы өсөн яуап бирә. Берҙәм тырышлыҡ менән генә юғары уңышҡа ирешеп булыуын бөтәһе лә аңлай.
Сәйфелвәрис Сәйфулла улы етәксе булараҡ та ябай кешелек сифаттарын бар нәмәнән өҫтөн ҡуя. “Бер-береңә ышанырға кәрәк, алдашыуҙы өнәмәйем”, — ти ул. Ул хужалыҡ ағзалары менән генә түгел, ә хеҙмәттәштәре — ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре менән дә яҡшы мөнәсәбәттә.
Кадрҙарҙы һаҡлау, етештереүҙе үҫтереү һәм ниәтләгәндәрҙе тормошҡа ашырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя Сәйфелвәрис Хәйлатыпов. Йыл әйләнәһенә он етештереү һәм райондың сауҙа нөктәләрендә һәм яҡын-тирә ҡалаларҙа һатыу өсөн тирмән алырға планлаштыра етәксе. Тағы ла малсылыҡты үҫтереү менән шөғөлләнергә лә уйлай ул. Быға тормош үҙе этәргес бирә: ауыл хужалығы культураларын йыйып алғандан һуң баҫыуҙарҙа — күп һалам, ә келәттәрҙә иген ҡалдыҡтары ҡала. Эшҡыуар уйлауынса, аттар ҙа хужалыҡта ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Мәҡәләм геройының пландары ҙурҙан, ләкин барыһы ла тормошҡа ашырлыҡ. Сәйфелвәрис Сәйфулла улының уң ҡулы Финғәт Дәүләтшин да һәр саҡ эргәлә. Улы Ринат та атаһына ҙур ярҙам күрһәтә. Ғаилә эше тип атаһаҡ та хата булмаҫ. Шулай булғас, ныҡлы баҫып торған ауыл хужалығы предприятиеһын тапшырыр кеше бар. Хәйлатыповтар уйынса, ауылда йәшәү һәм эшләү үҙенә күрә күңелгә рәхәтлек бирә. Иң мөһиме — башҡарған эшеңде яратырға һәм бар йөрәк йылыңды, тырышлығыңды һалырға кәрәк.


Зөлфирә Зарипова.

Ҡариҙел районы.

Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә
Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә
Яратҡан эш күңелгә рәхәтлек бирә
Автор:
Читайте нас: