Кәрәк буласаҡ:
Ҡурып алынған тауыҡ ите, ҡыяр, алма, сыр һәм маринадланған һуған.
240 г тауыҡ ите,
150 г алма,
100 г (ҙур булмаған) ҡыяр,
100 г сыр, 90 г һуған,
120 г майонез,
15 г гәрсис,
самалап тоҙ, борос,
20 мл үҫемлек майы алығыҙ.
Һуғанды маринадлау өсөн ике аш ҡалағы 9 процентлы уксус, бер балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 100-200 мл һыу.
Салатты биҙәү өсөн:
1 ҡыяр (оҙон, 350 г тирәһе),
1-2 һап петрушка,
1 бөртөк зәйтүн емеше.
1-се ҡат ҡурылған тауыҡ ите һәм маринадланған һуған, 2-се ҡат ҡырғыстан үткәрелгән ҡыяр, 3-сө ҡат ҡырғыстан үткәрелгән сыр, 4-се рәткә тышы әрселгән алманы ҡырып һалабыҙ, өҫтөнә йәнә сыр һибәбеҙ. Һәр рәт араһына майонез яғабыҙ. Өҫкә бешкән йомортҡа һарыһын, унан ағын ваҡлап һалабыҙ.
Ҡыярҙың ике яҡ осон самалап ҡырҡып алабыҙ. Бер осонан «баш», икенсеһенән «ҡойроҡ» эшләйбеҙ. Баш менән ҡойроҡ араһында түңәрәкләп һәм ярым түңәрәкләп ҡырҡылған ҡыярҙар һуҙыласаҡ, улар йыландың «кәүҙәһе». Зәйтүн емешен ҡырҡып күҙ эшләһәгеҙ, колбаса киҫәгенән тел ҡуйығыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: "Атайсал" гәзитенән.