Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Декабрь 2024, 09:00

Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат

Рәзилә Хәмәтнурова Аждаһа йылын рәхмәт менән оҙата

Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат
Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат

Йылды оҙатҡанда башҡарылған эштәрҙе, ирешелгән уңыштарҙы барлайбыҙ. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, мәғариф хеҙмәте ветераны Рәзилә Фәйзелғаян ҡыҙы Хәмәтнурова ла 2024 йылды ҡәнәғәтлек менән оҙата.
— Бик һынаулы йыл булһа ла, мәрхәмәте менән килде. Күп эш башҡарылды, шуға күрә уҙып барған Аждаһа йылын рәхмәт менән оҙатам. Сочи ҡалаһына яңынан бара алыуым иң иҫтәлекле ваҡиға булғандыр. Күптәнге хыялым да тормошҡа ашты: әсәйемдең иҫтәлектәрен мәңгеләштереү маҡсатында үҙе туплаған “Берләч тарихлары”н гәзит биттәрендә баҫтырып сығара алдым. Шифаханала ла ял иттем. Уҙып барған йылға ғына түгел, бар туғандарыма, дуҫтарыма, ауылдаштарыма ла рәхмәтемде еткерәм. Һәр саҡ ярҙам итеп, дәртләндереп торҙолар. Ауыл Советы депутаты булараҡ, ауыл биләмәһе башлығы Алһыу Әниф ҡыҙы Төхбәтуллина һәм депутаттар менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ла даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашабыҙ. Күптән түгел Таңатар ауыл Советы ултырышында ауыл биләмәһе хакимиәтенең LADA 212140 автомобилен махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға файҙаланыу өсөн тапшырырға ҡарар иткәйнек. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Борай егете “Левша” позывнойлы яугир уны МХО-ға алып китте, — тип һөйләне Рәзилә Фәйзелғаян ҡыҙы.


Рәзилә Хәмәтнурова бар ғүмерен мәғарифҡа арнай. Мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алған ҡыҙ Айыт мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ситтән тороп Бөрө дәүләт пединститутын тамамлай. Алты йыл эшләгәс, хеҙмәт юлын Сәйет-Көрйә, Таңатар мәктәптәрендә дауам итә. Ҡушманаҡ ауылы егете менән ғаилә ҡорғас, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша. Ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып, 14 йыл эшләй ул ошо баҡсала. Һуңыраҡ Таңатарға күсенеп килә.


— Бөгөнгөләй хәтеремдә: беренсе көн эшкә килеп кереү менән балалар уратып алды. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән миңә төбәлгән. Шунда иңемдә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ятыуын һәм үҙемдең балалар өсөн асылмаған донъя, барлыҡ һорауҙарына яуап сығанағы, ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплаусы, яратыусы икенсе әсәй булыуымды аңланым. Бына шул көндән алып 40 йылға яҡын ваҡыт уҙып киткән. Ҡайҙа ғына, кем менән генә эшләһәң дә эргәңдә ышаныслы хеҙмәткәрҙәргә таянаһың. Берҙәм, татыу, үҙ-ара килешеп эшләһәң генә һәр бер эштең һөҙөмтәһе, емеше була, — тип иҫкә алды хеҙмәт йылдарын Рәзилә Фәйзелғаян ҡыҙы.
Рәзилә Хәмәтнурова үҙенә барлыҡ ыңғай сифаттарҙы туплаған. Төп эшенән тыш, шәхси мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, йәмәғәт эштәренең уртаһында “ҡайнап” йәшәй.

Ул бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаһы ла, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ла, сараларҙы алып барыусы, матур итеп йырлаусы, оҫта шиғыр һөйләүсе лә. Спортты ла үҙ итә Рәзилә апай. Бассейнда йөҙә, скандинавия таяғы ла тик тормай. Сәйәхәт итергә лә ярата, шифаханаларҙан тыш, Сочи, Анапа ҡалаларында, Төркиәлә ял итеп ҡайта.
— Рәзилә Фәйзелғаян ҡыҙы башҡарып сыға алмаған эш юҡтыр ул. Балалары өсөн өлгөлө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй, күршеләре өсөн дуҫ-терәк. Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ, ул биләмәләге гүзәл заттарҙың яҡын кәңәшсеһе һәм таянысы ла. Ниндәй үтенес менән мөрәжәғәт итһәң дә, яуабын, сиселешен таба, — ти Рәзилә Хәмәтнурова хаҡында ауыл биләмәһе башлығы Алһыу Төхбәтуллина.


Лира Юрасова.
Борай районы.

Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат
Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат
Егәрле, әүҙем, һоҡланғыс гүзәл зат
Автор:
Читайте нас: