Бының өсөн 500 грамм ҡатлы ҡамыр, 600 грамм (6 штук) тауыҡ боттары, 300 грамм бәшмәк, 700 грамм картуф, 150 грамм һуған, 30 грамм аҡ май кәрәк.
Башта һуған менән бәшмәкте 15 минут тирәһе, тауыҡ боттарын айырым табала 25-30 минут тирәһе майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Шунан иҙелгән картуфты бәшмәк менән бергә бутайбыҙ. Ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә түңәрәк итеп 15х15 итеп киҫәбеҙ. Уның уртаһына эслекте һалып, тауыҡ ботон ҡуябыҙ. Ҡамырҙың эргәләрен тотоп, еп менән бәйләйбеҙ.
Артабан форманы майлап тауыҡ боттарын теҙәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Табынығыҙ - мул, аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән