Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Декабрь 2024, 09:15

Яңы йыл нимәләр вәғәҙә итә?

Көнсығыш календары буйынса Йылан йылы яҡынлаша.  Астрологтар Йәшел ағас йылан йылы тип тә әйтәләр уны.    Көнсығыш ғөрөф-ғәҙәттәре  буйынса, ул тәрән аҡыл, үтә күреүсәнлек һәм йәшерен көстө кәүҙәләндерә. Тағы ла йылан – бик иҫәпсел ән эйәһе, шунлыҡтан уның менән бик иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Йыланды үҙеңдең юлдашың итеү өсөн, уйлап эш итергә кәңәш ителә. 

Яңы йыл нимәләр вәғәҙә итә?
Яңы йыл нимәләр вәғәҙә итә?

   2025 йыл күптәр өсөн үҙгәрештәр осоро буласаҡ. Сөнки Көнсығыш календары буйынса, яҡынлашып килгән Ағас йылан йылы    һорауҙарға яуап эҙләргә һәм гармонияға этәрәсәк. Был иһә үҙ сиратында профессиональ һәм рухи үҫешкә килтерәсәк.  Һөҙөмтәлә беҙҙе төрлө хәл-ваҡиғаларға яраҡлашырға өйрәтәсәк. Шулай итеп, кемдәр тормош тәжрибәһенә, тоя белеү һәләтенә таянып, ныҡлы уйлап, оҙайлы эш итә белә, уларға ябыҡ ишектәр ҙә асыласаҡ.  

 

Ҡомаҡ

  1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020

 Алдағы йыл ҡомаҡтар өсөн бик уңышлы булмаҡсы. Сөнки,  Көнсығыш йондоҙнамәһенә ярашлы, был йәнлек хәйләкәр йылан менән бик яҡшы уртаҡ тел таба белә. Бында уға   күҙаллау һәләте һәм хәүефте алдан һиҙемләүе ярҙам итә. Ҡомаҡтың һәләте 2025 йылда  иң буталсыҡ хәл-ваҡиғаларҙан да сығырға ярҙам итер. Танышыуҙарға һәм тәҡдимдәргә иғтибарлы булһағыҙ, отошло эштәр менән булышырһығыҙ. Тиҙ генә һөҙөмтәгә өмөтләнмәгеҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа тотороҡлоҡ көтә. Сабырлыҡ һәм йомшаҡлыҡ кеүек сифаттар ныҡлы мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итер.

 

Үгеҙ

 1961, 1973, 1985, 1997, 2009, 2021

Үгеҙҙең эш һөйөүсәнлек һәм ныҡышмалылыҡ  кеүек  сифаттары 2025 йылда  бик тә ярап ҡалыр. Ауыр эштән ҡурҡмаған һәм  ситтән ярҙам көтмәй, маҡсатына ирешеү өсөн бар көсөн һалған был йондоҙлоҡ вәкилдәренә Йылан йылы мәрхәмәтле булыр. Шулай итеп, алдағы йыл Үгеҙҙе  ныҡ ҡына көс түгергә лә мәжбүр итер, әммә бүләге менән дә алдамаҫ: яуаплылыҡ һәм иҫәп яратыусы үгеҙҙәргә аҡса һәм танылыу килтерер.  Тик уларҙың үҙһеҙлелеге генә юлдарына арҡыры тороуы ихтимал. Тимәк, яҡындарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ, эшлекле партнерҙарығыҙ менән аралашҡанда  һығылмалылыҡ һаҡларға тура килер.

 Юлбарыҫ

 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010, 2022

 Йылан башҡа йыртҡыстарға   хәүеф менән ҡарай, тимәк  уларҙы  ябай булмаған йыл көтә. Өмөтлө аралашыуҙар һәм хеҙмәттәшлек иң хәл иткес мәлгә килеп еткәндә боҙолорға һәм өҙөлөргә мөмкин. Шул рәүешле Йылан уларҙың ҡыҙыу холҡон баҫырға тырыша. Быға юл ҡуймаҫ өсөн эштә тотанаҡлыҡ һәм дипломатия һаҡларға кәрәк, юғиһә низағтарҙан ҡотолоп булмаҫ. Был йылда тыуғандар араһында  үҙҙәрен ҡулда тотоп, ауырлыҡтар аша үтеп, уңышҡа өлгәшеүселәр ҙә булыр. Әгәр ҙә улар һәр ваҡыт үҙенекен өҫтөн итергә тырышыуҙан туҡтаһа, шәхси тормошо ла яйға һалыныр.

 

 Ҡуян

1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011, 2023

Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға алдағы йылда ситтән ярҙам көтмәй, тик үҙ көстәренә генә ышанырға тура килер. Ул ғына ла түгел, ҡуян менән тәғәмләнергә яратҡан Йылан уларға йыш ҡына ниндәйҙер кәртәләр ҙә  ҡуйып торор. Иң  беренсе карьерағыҙ  баҫымға  эләгер. Барыһын яйға һалып, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн күп көс түгергә кәрәк булыр. Шәхси тормошоғоҙҙа ла әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Парлыларҙың  мөнәсәбәттәре шул килеш һаҡланыр. Яңғыҙҙар иһә әлегә  үҙ яҙмышын бер кемгә лә ышанып тапшыра алмаҫ.

 

 Аждаһа

1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012

Көнсығыш йондоҙнәмәһендә Йыландың иң яҡын дуҫы – Аждаһа. Уларҙы уңышҡа өлгәшеү, власҡа ынтылыу кеүек сифаттар берләштерә. Әммә быға улар икеһе ике төрлө юл  менән өлгәшә.  Аждаһа әрһеҙлек менән баҫым яһауҙы үҙ итһә, Йылан – киреһенсә. Шунлыҡтан 2025 йылда үҙҙәренең көсөн, энергияһын дөрөҫ ҡулланып, алдан уйланылған эштәрен башҡарған аждаһаларға ғына уңыш йылмайыр. Ашығыс ҡарарҙар Йыланды асыуландырыр ғына, шунлыҡтан сабыр булырға һәм мөһим аҙым яһарға ҡабаланырға ярамай. Һаҡ  эш итеүселәр һәм команда менән эшләй белгәндәр генә уңышҡа өлгәшер. Шәхси тормошта яратҡан кешеһенә өҫтән ҡарауҙан туҡтап, аңларға өйрәнгәндәр генә гармонияға өлгәшер.

 

Йылан

1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013

Һеҙҙең йондоҙло сәғәтегеҙ етә. 11 йыл буйы сәсеп, сабыр ғына үҫеүен көткән орлоҡтарығыҙ  быйыл уңыш бирер.  Эштәрегеҙ гөрләп алға барыр, хатта элек ҡуҙғалып китә алмағандары ла уңышлы ғына тормошҡа атҡарылыр.  2025 йыл  был йондоҙнәмә вәкилдәренә күңел тыныслығы, һөйөү һәм дуҫлыҡ тойғолары өҫтәр. Әммә үҙегеҙҙең асыуығыҙҙы, көнләшеүегеҙҙе, үҙ-үҙегеҙҙе артыҡ яратыу тойғоһон бер аҙ баҫырға тура килер. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар һәр һүҙен үлсәп һөйләгәндә һәм буш вәғәҙәләр бирәмәгәндә,  осорҙан максимум файҙа алыр.  Был ҡағғиҙә айырыуса яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәткә ҡағыла.  Эшегеҙҙә үҫеш өсөн мең дә бер мөмкинлек булыр, ә байыр өсөн һыналған алым,  һалҡын иҫәп һәм теләктәрегеҙҙе аныҡ аңлауығыҙ мөһим.

 

Ат

 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014

Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн 2025 йыл үҙ маҡсаттарыңды аңлау һәм өҫтөнлөктәрҙе аныҡ билдәләү осоро булыр. Үҙҙәре өсөн иң мөһиме нимә булыуын аңлаһалар, ул саҡта бөтә йүнәлештә лә уңышҡа өлгәшерҙәр. Кемдәр аңлы рәүештә һәм планлаштырып эш итә, Йылан улар яҡлы. Ҡабаланыу  йыл символы менән бәйләнеш булдырыуҙа төп  хата булыр. Тәртип һәм ныҡышмалылыҡ, киреһенсә, эштәрегеҙҙе  алға ебәреүгә ярҙам итер. Әммә кемдәр шәхси тормошон яйға һалырға ниәтләй, уларға карьераны беренсе урынға  ҡуйырға ярамай.

 

 

Ҡуй 

1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015

 Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар өсөн Йәшел Йылан йылы   яуаплылыҡ һәм йыйнаҡлыҡ йылы булыр. Был кәйефкә көйләнеү ҡыйын булмаҫ, сөнки ҡуйҙар былай ҙа тыныслыҡ һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә ярата. Маҡсаттарына ни тиклем  етдиерәк һәм яуаплыраҡ  ҡараһалар, карьера баҫҡысынан шул тиклем  уңышлыраҡ  күтәрелерҙәр. Ә бына шәхси тормоштарында  уларҙан да уңғандары булмаҫ, ахыры.  Тик бының өсөн яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бирергә кәрәк.

 

 Маймыл

1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016

 Шикләнергә яратҡан, кешегә ышанып бармаған маймылдар  өсөн йыл ябай булмаҫ. Йәшел Йылан  һығылмалылыҡ һәм аныҡ билдәләнгән юлды ярата, ә  насар уйлы хәйләкәр аҡылды өнәп бөтмәй. Шунлыҡтан уларға  ябайыраҡ булырға, кешеләр менән аралашҡанда үҙен башҡаларҙан аҡыллыраҡ тоймаҫҡа  кәңәш ителә. Эштә иһә эксперименттар үткәрмәй,  һыналған ысулдарға ғына таяныуығыҙ яҡшыраҡ. Шулай уҡ системаны урап, авантюраларға ла бирелеү ҙә үҫеүгә булышлыҡ итмәҫ. Шәхси тормошонда үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйһалар, шулай уҡ  ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы бар.

 

    Тауыҡ

1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017

 2025 йылда был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙың  юғары бейеклектәргә күтәрелеүе ихтимал. Йылан  уларҙың эшкә креатив ҡарашын һәм  үҙенсәлеклеген хуплай. Шунлыҡтан  һәләттәрен мөмкин тиклем нығыраҡ файҙаланырға кәңәш ителә. Маймылдарҙан айырмалы рәүештә, уларҙың эксперименттары ла уңышлы буласаҡ.  Шәхси тормоштары ла  ыңғай барыр, тик  яҡындарының  ҡаҙаныштарын да күреп өйрәнергә кәрәк.

  

Эт

1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018

Алдағы йылда  улар өсөн  ғәҙеллек һәм тоғролоҡ беренсе планға сығыр. Йәшел йылан үҙҙәренең вәғәҙәләрен үтәгән һәм  башҡалар өсөн үҙҙәрен ҡорбан итергә торған эттәрҙе бүләкләр. Һеҙҙең төп маҡсатығыҙ – килемегеҙҙе арттырыу.  Яңғыҙҙар үҙҙәренең яртыһын табыр, әммә бының өсөн тырышырға тура килер.  Парлыларға иһә икенсе яртыларының янындағы кешеләргә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә, уларға күҙ һалыусылар табылыр.  Ҡыйыу рәүештә  урын һәм мөхитте алмаштыра алаһығыҙ. Тырыш булһағыҙ, бөтә ауырлыҡты ла еңерһегеҙ.

 Сусҡа

1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019

Йылан йылы был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы бер аҙ көйәләндерергә мәжбүр итер: хатта өйрәнгән эштәрҙә лә һаҡлыҡ күрһәтергә тура килер, айырыуса –  аҡсаға бәйлеләрендә.  Шунлыҡтан ниндәйҙер яңы эшкә тотонор алдынан  үҙегеҙҙең ҡарарығыҙҙы ике, өс тапҡыр  уйларға кәрәк.  Был бигерәк тә эшҡыуарлыҡҡа ҡағыла:   ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ,  барыһын да үҙегеҙгә  алырға ынтылмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла һынауҙар көтөүе ихтимал. Мәҫәлән, йәшерен роман. Әммә был мөнәсәбәттәрҙең бик етди кире эҙемтәләргә килтереүе бар.

    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас: