Рәсәй Президенты Владимир Путин әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына ай һайын социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был мөһим аҙым Ватанды һаҡлаусыларҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә финанс ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
“Айырым категория хәрби хеҙмәткәрҙәренең балаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтеү маҡсатында ҡарар итәм:
1. Рәсәй Федерацияһы субъектында (балаларҙың йәшәгән урыны буйынса) билдәләнгән балалар өсөн йәшәү минимумы дәүмәленә тиң күләмдә махсус хәрби операция йәки Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә контртеррористик операция үткәреү биләмәләрендә бурыстар үтәгәндә әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына айлыҡ социаль түләүҙе билдәләргә”, — тиелә документта.
Башҡа түләүҙәргә был социаль пособие йоғонто яһамаясаҡ. Айлыҡ түләү командирҙың бойороғонда күрһәтелгән әсирлеккә алыу йәки хәбәрһеҙ юғалыу датаһы менән билдәләнә, әммә 2024 йылдың 1 декабренән дә алдараҡ түгел.
Сығымдарҙы финанслау Рәсәй Хөкүмәтенә, башҡарма власть органдарына пособие һәм аҡса түләүҙең аныҡ тәртибен билдәләү йөкмәтелде.
Президент Указы рәсми баҫылған көндә – 26 декабрҙән көсөнә инә.
Александр ТЕРНОВЦОВ, Ватан яугирҙәре комитетының хоҡуҡи хеҙмәте етәксеһе:
– Яугирҙәрҙең балалары йәшәү минимумы күләмендә өҫтәмә аҡсалата сумма алырға хоҡуҡлы, ул хәрби хеҙмәткәр хәбәрһеҙ юғалған осраҡта – алты айҙан кәм түгел, әгәр хәрби әсирлеккә эләкһә, әсирлектә булған осорҙа түләнә. Был сара хәбәрһеҙ юғалған йәки әсирлектә булған граждандарҙың балаларына, ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Бик мөһим сара. Беҙгә бик күп мөрәжәғәттәр килә, был Указ көсөнә ингәнгә тиклем ғәмәлдәге ҡағиҙәләр буйынса хәрби хеҙмәткәр әсирлектә йәки хәбәрһеҙ юғалған статуста булған осраҡта аҡсалата тәьминәт уның ғаиләһенең бөтә ағзалары араһында бүленә, был, әлбиттә, ярҙам кимәлен һиҙелерлек кәметә. Ә ошо түләүҙе билдәләгәндә балалар йәшәү минимумы күләмендәге сумманы аласаҡ.
Фото: kremlin.ru