Халҡыңдың, илеңдең, йәнтөйәгеңдең тарихын белеү һәр кеше өсөн мөһим. Был йәһәттән беҙҙә йәш быуын менән ҙур эш алып барыла: милли байрамдар, йолалар үткәрелә, телде белеү, популярлаштырыу, билдәле яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алыу маҡсатында төрлө конкурстар, саралар ойошторола. Яубүләк ауылы халҡы ла Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, “Улар Ватан өсөн көрәште!” тип аталған обелискыны төҙөкләндерергә ҡарар итте.
Беренсе йыйылышта Яҡутов исемендәге күлде матурлау, Үҙәк урамының бер өлөшөнә ремонт үткәреү кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Шулай ҙа күпселек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар тураһындағы хәтерҙе һаҡлау өсөн тауыш бирҙе.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2025-кә старт бирелгәндән һуң ауыл хакимиәтендә өс йыйылыш үтеп, инициатив төркөм һайланды.
Яубүләктәр эште әүҙем башланы. Балалар “Беҙ тыныслыҡ яҡлы” һүрәттәр конкурсында ҡатнашты, гүзәл заттар “Ҡоймаҡ бешерәм әле”, “Кис ултырабыҙ” сараларын үткәрҙе, кистәрен скандинавия йөрөшөнә сығалар. Әйткәндәй, бирелә халыҡ һәр саҡ әүҙем һәм сәләмәт йәшәү яҡлы. Шулай булғас, ниәтләгән изге эштәре лә тормошҡа ашыр.
Зинира Батырова.