Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2024, 16:26

Мәргәнлектә тыуған батырлыҡ

Бөтә илгә таныу яулаған тренер  Зөфәр Әғләм улы Ситдиҡовҡа “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры” тигән юғары исем бирелде.

Мәргәнлектә тыуған батырлыҡ
Мәргәнлектә тыуған батырлыҡ

Бөрө ҡалаһында спорт алға киткән йүнәлештәрҙең береһе. Донъя кимәлендәге ярыштарҙа Бөрө спортсыларының республика һәм Рәсәй данын яҡлап, алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар менән ҡайтыуы шуны иҫбатлай. Йәштәрҙе юғары пьедесталға әҙерләүҙә остаздарҙың тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Шундай күренекле остаздарҙың береһе — Зөфәр Әғләм улы Ситдиҡов.
Зөфәр Әғләм улы Бөрө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбен тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент сағында ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башлай. Ҡулына диплом алыу менән Бөрө ҡалаһының “Буревестник” спорт мәктәбендә уҡтан атыу буйынса спорт төрөн үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында ең һыҙғанып эш башлай. Уның тәүге киң масштаблы уңышы 1996 йылда башлана. Францияла үткән Халыҡ-ара Бөтә донъя студенттары универсиадаһында Рәсәй командаһы составында Ольга Королева — бронза, ә Италияла Европа кубогында Наталья Ситкина көмөш миҙал яулай.
1997 йылдан Зөфәр Әғләм улы республикала беренселәрҙән булып яңы спорт төрөн – ачери-биатлон йүнәлешен ойоштора. Теүәл бер йылдан саңғыла йүгереп уҡтан атыу буйынса Бөрөлә тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионатына нигеҙ һалына һәм ул юғары дәрәжәлә үтә. Ундағы спортсылар алты йыл рәттән Европа һәм донъя чемпионатында ҡатнаша. Икенсе Ҡышҡы Рәсәй спартакиадаһында Мария Лапшина абсолют чемпион була. Ул Япония, Голландия кеүек төрлө илдәрҙә үткән халыҡ-ара чемпионаттарҙа ике йыл рәттән еңеүсе булып ҡайта. Дөйөм алғанда, йәш спортсы чемпионаттарҙа һәм Рәсәй кубоктарында йәмғеһе 21 алтын, 10 көмөш һәм 15 бронза миҙалға лайыҡ була.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Зөфәр Ситдиҡов өлкән тренер-уҡытыусы булараҡ, республиканың башҡа тренерҙары менән бер рәттән халыҡ-ара класлы биш спорт мастеры, 60 Рәсәй спорт мастеры, 600-ҙән ашыу спорт мастеры кандидаты һәм беренсе разрядлы спортсы әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә. Мәктәптең биш спортсыһы күренекле тренер етәкселегендә ачери-биатлон буйынса донъя һәм Европа чемпионы була. 2007 йылда тәрбиәләнеүселәре тарафынан ике рекорд теркәлә: Төркиәлә Евгения Ворошнина — донъя, ә Дмитрий Самойлов Рәсәй рекорды ҡуя.
Зөфәр Әғләм улының шәхси ҡаҙанышына килгәндә, халыҡ-ара класлы дүрт Рәсәй спорт мастеры, 33 Рәсәй спорт мастеры, 200 спорт мастеры кандидаты һәм 200-ҙән ашыу беренсе разрядлы спортсы тәрбиәләгән. Күптән түгел Кирилл Шахринов Великие Луки ҡалаһында үткән “Рәсәй өмөтө” ярышында Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәп, 34-се спорт мастеры булды. Спорт өлкәһендәге ижади эшмәкәрлегендә йәнә 39 спортсы халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашып, ете алтын, һигеҙ көмөш, дүрт бронза яулай; 107 мәргән уҡыусыһы Рәсәй беренселегендә 10 алтын, 18 көмөш, 11 бронза килтерә; 99 спортсы Бөтә Рәсәй ярыштарында 10 алтын, 13 көмөш, 13 бронзаға лайыҡ була.
Зөфәр Әғләм улы Европа кубогының ике этабында (1996 йылда – Рим ҡалаһы, Италия, 2007 йылда – Кипр) уҡтан атыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тренеры статусында ҡатнаша. Был ярыштарҙа Рәсәй спортсылары тарафынан төрлө кимәлдәге 10-дан ашыу миҙал тренерҙың уңыш галереяһын тулыландыра. Шулай уҡ ул уҡтан атыу һәм ачери-биатлон буйынса Башҡортостан һәм Бөтә Рәсәй категорияһында судья була. Уның балалар спорты үҫеше өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте “Талантлы балалар – Рәсәйҙең киләсәге” энциклопедияһында ла билдәләнгән.
Бәләкәй генә ҡалала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән тренер хеҙмәттәштәре араһында һәм Рәсәй спорт йәмғиәтендә ҙур ихтирам ҡаҙанған. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан, Рәсәй һәм элекке СССР-ҙың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары тарафынан 50-нән ашыу Почет грамотаһы менән баһаланған. “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” Почет билдәһе, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Юғары ҡаҙаныштары өсөн “Уҡытыусы” номинацияһында миҙал менән бүләкләнгән. Инициативалы, эшен еренә еткереп эшләүсе тренерға күптән түгел Рәсәй Президенты В.В. Путин тарафынан “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры” тигән юғары исем өсөн приказға ҡул ҡуйылған.
Күренекле тренерҙың педагогик ҡаҙаныштары бер йүнәлештә эшләүсе ғаиләһе менән дә бәйле. Һөйөклө ҡатыны Флүзә Наил ҡыҙы менән студент саҡта танышалар һәм 22 йыл бер мәктәптә эшләйҙәр. Сәләмәт тормош яҡлы ғаиләлә Гөлнара менән Дилара ла бәләкәйҙән спортҡа ылыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Флүзә Наил ҡыҙы яман шеш ауырыуынан дүрт йыл элек уларҙы мәңгегә ҡалдырып китә. Бөгөн “Буревестник” спорт мәктәбендә әсәһенең юлын Рәсәй спорт мастеры Гөлнара Зөфәр ҡыҙы дауам итә, ә бәләкәй Кәрим олатаһының һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша. Өфөлә йәшәүсе ейәндәре Самира, Камила һәм Тимур ҙа уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
Борон-борондан төрлө ырыуҙарҙан халыҡ бергә йыйын уҙғарыр һәм көслөлөктә, етеҙлектә, мәргәнлектә көс һынашып майҙан тотор булған. Был майҙанда таҫыллы, тәжрибәле, үҙен аямағандар ғына еңеүгә өлгәшкән. Батырҙарҙың исеме шул арала бөтә илгә таралыр булған. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Зөфәр Әғләм улы Ситдиҡов та тап шундай батырҙарҙан һанала. Уның бер урында туплаған 43 йыллыҡ педагогик тәжрибәһе һәм авторитеты мәктәптә генә түгел, ә республика, ил һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Автор:
Читайте нас: