Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Декабрь 2024, 09:20

Декабрҙең һуңғы көндәре ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар алдан нимә тип фаразлағайны әле?

Декабрҙең һуңғы көндәре ниндәй буласаҡ?
Декабрҙең һуңғы көндәре ниндәй буласаҡ?

Рәсәйҙең баш "көн торошо" белгесе Роман Вильфанд, илебеҙҙең Европа өлөшөндә декабрҙә үтә һалҡын көндәр булмаясаҡ, тип вәғәҙәләгәйне. Эйе, уның фаразы ысынға ашып бара шикелле. 

Ҡыштың тәүге айының һуңғы көндәрендә лә сатнама һыуыҡ күҙалланмай. 

Мәскәүҙәге көн торошо ике-өс көндән беҙгә килеп етә торғайны. Йыл аҙағында унда температура норманан юғарыраҡ буласаҡ. Хатта бәғзе бер белгестәр "+" күрһәткесе тураһында һөйләй.

Хәҙер барыһы ла үҙгәрҙе, шулай ҙа кем белә, бәлки, килеп етер.  "Гисметео" 30 декабрҙән 3 ғинуарғаса төндә уртаса -6, -7 градусты ғына күрһәтә. Көндөҙ -2, -5 тирәһе.

world-weather.ru порталында иһә һыуығыраҡ: уртаса төнгө температура -11, көндөҙгөһө -6 градус.

Ҡыҫҡаһы, беҙҙә лә артыҡ һыуыҡ булмаясаҡ.

Фото: Юлай Кәримов (Өфө)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: