Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
19 Декабрь 2024, 04:49

Көндәр һыуыта

Аҙна аҙағында Башҡортостанда аяҙытҡанда урыны менән 22 градусҡаса  һалҡынайтыуы көтөлә.

Көндәр һыуытаКөндәр һыуыта
Көндәр һыуыта

Аҙна аҙағында Башҡортостанда аяҙытҡанда 22 градусҡаса һалҡынайта.

Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 19 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -8,-13, төнъяҡта -18, көндөҙ -5,-10 градус.

Йома, 20 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә -12,-17, аяҙытҡанда -22 градус, көндөҙ -6,-11 градус.

Ниһайәт, республикала ысын ҡыш тантана итә башланы. Урамға сығыр алдынан йылы кейенегеҙ, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

 

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас