Ғалимдар, һарымһаҡтың йөрәк ауырыуҙарынан һәм инсульттан һаҡлауын күптән иҫбат иткән. Бынан тыш, ул иң ҡурҡыныс ауырыуҙаран – ашҡаҙан һәм эсәк яман шештәренән дә һаҡлауға һәләтле. Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, даими рәүештә һарымһаҡ ҡулланыусылар ашҡаҙан һәм эсәк яман шешенән һирәгерәк ауырый. Ошоға бәйле, ғалимдар һәм медиктар һау-сәләмәт кешеләргә лә көн һайын һарымһаҡ ашарға тәҡдим итә. Аҙнаһына ул 5 бүлкәттән кәм булырға тейеш түгел.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.