Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь , 13:00

Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә

Телгә һөйөү уятыуҙа тәрбиәселәр маҡсатлы эш алып бара

Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә
Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә

Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре” закондары нигеҙендә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәтеүҙең төп маҡсаты — мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы көндәлек тормошта үҙ-ара һәм өлкәндәр араһында аралашыу дәрәжәһендә үҙләштереү. Борай ауылында биш балалар баҡсаһында башҡорт теле өйрәнелә.
Баланы үҫтереү үҙәге — Борай ауылындағы 1-се “Гүзәл” балалар баҡсаһында тыуған яҡты, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүгә, милли рух тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Шуға ярашлы маҡсатлы эш алып барыла. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса “Йәйғор” түңәрәге ойошторолған. Уның эш планы Ә. Атнабаеваның “Осҡон”, “Гөлбостан”, “Башҡортостан — тыуған илем” программалары нигеҙендә төҙөлгән. Түңәрәктең етәксеһе — өҫтәмә белем биреү педагогы Зинара Мәдехәт ҡыҙы Баһауетдинова.
Замана уҡыу эшмәкәрлегенең дә барлыҡ өлкәләренә үҙгәрештәр индерә, тәрбиәселәргә яңы талаптар ҡуя. Сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү өсөн мәғарифты модернизациялау кәрәклеген аңлап, улар шулай уҡ дәрестәрендә инновацион технологиялар ҡуллана.
Башҡорт телен өйрәнеү балалар баҡсаһында нисек алып барылыуы тураһында Зинара Мәдехәт ҡыҙы бәйән итте.
— Эш мәктәпкә әҙерлек төркөмө менән генә түгел, уртансы һәм өлкән төркөм балалары менән дә алып барыла беҙҙә. Беҙҙең маҡсат — туған телде, уның матурлығын һәм нәфислеген үҙләштереү, тәбиғәткә, туғандарға бәйле төшөнсәләрҙе, әйләнә-тирә донъяны аңлау, уларға мөхәббәт тәрбиәләү. Балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә төп бурыстарҙың береһе — халҡыбыҙҙың әҙәби байлығына, фольклор мираҫына таяныу. Үҙ телен яратҡан, милләтен хөрмәт иткән кеше тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһына таяныу мөһим. Тел өйрәнеүҙә бай сығанаҡ булып торған йомаҡтарҙы, таҡмаҡтарҙы, әкиәттәрҙе, бәйеттәрҙе, моңло бишек йырҙарын өйрәнәбеҙ. Балалар менән башҡорт телендә һөйләшәбеҙ, билдәле бер темаға әңгәмәләр үткәрәбеҙ, сюжетлы, дидактик, хәрәкәтле уйындар уйнайбыҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына таянабыҙ. Был алымдар балаларҙы ҡыҙыҡһындыра, белемдәрен нығыта, байыта. Бигерәк тә балаларға әкиәттәр, сюжетлы уйындар сәхнәләштереү оҡшай. Дәрестәрҙә милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Улар башҡорт халҡының милли кейемдәренең һәм фольклорының үҙенсәлеген нығытырға ярҙам итә, — тип һөйләй Зинара Мәдехәт ҡыҙы.
Балалар башҡорт телен яҡшы өйрәнһен өсөн тағы ла бер ысул — уйын. Улар тәрбиә сығанағы булараҡ, баланың һәр яҡлап үҫешенә йоғонто яһай. Уйында ҡатнашыу баланың физик көсөн, вокаль-хореографик һәләттәрен, һүҙ байлығын үҫтерә.
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең тағы ла бер мөһим бурысы — балаларҙың телмәрен үҫтереү. Бармаҡтар хәрәкәте һәм һөйләм үҫеше араһында бәйләнеш бар. Шуға күрә, бармаҡ уйындарын ҡулланып, һөйләмде лә, баланың ҡыҙыҡһыныуын арттырып, бармаҡ эшсәнлеген дә үҫтерергә мөмкин. Бала күрә, ишетә, күҙәтә — былар барыһы ла уның һөйләмендә сағыла. Был юҫыҡта шиғыр юлдарын хор менән ҡабатлау ҙа мөһим роль уйнай.
Башҡорт теленә мөхәббәт һәм ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа башҡорт халыҡ йырҙары, шиғырҙар ҡулланыу ҙур ярҙам булып тора. Ата-әсәләргә балаларҙа телгә һөйөү уятыу буйынса кәңәштәр бирелә. Тестар, төрлө темаларға анкета һорауҙарына яуаптар йыялар һәм уларҙы анализлайҙар “Гүзәл” балалар баҡсаһында. Бирелә шулай уҡ балаларҙа туғанлыҡ төшөнсәләрен формалаштырыу, шәжәрәне, ғаилә тарихын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу буйынса ла ҙур эш алып барыла. Был уҡыу йылында ата-әсәләр менән берлектә “Үҙ ғаиләңде бел, хөрмәт ит” тигән проект ҡабул ителә. Был проект күп кенә сараларҙы үҙ эсенә ала: “Кем ул туғандар, дуҫтар, күршеләр?”, “Бабай һәм әбейҙә ҡунаҡта” темаларына ата-әсәләр, балалар менән әңгәмәләр, шәжәрәләр төҙөү һәм башҡалар үткәрелә. Күптән түгел генә балалар менән бергә ата-әсәләр үҙ шәжәрәләрен төҙөгән. Проекттың йомғаҡлау өлөшө булып Шәжәрә байрамы тора. Яуаплы тәрбиәселәр, ижади ҡарашлы ата-әсәләр булғанда балаларҙың башҡорт телен өйрәнеү теләге артыр, тип ышанғы килә.
Балаларҙы мәҙәниәткә ылыҡтырыу өсөн балалар баҡсаһында халҡыбыҙ традицияларына таянып милли байрамдар үткәрелә. Быға асыҡ миҫал — Ҡарға бутҡаһы йолаһы, Һабантуй, Науруз байрамдары, Республика көнөнә бағышланған иртәлектәр. Йыл һайын июндә саф һауала Һабантуй байрамы гөрләп үтеп, балалар араһында төрлө ярыштар ойошторола.
— Тәрбиәселәр өсөн дә балалар баҡсаһында даими рәүештә район семинарҙары, байрамдар үткәрелә. Уҙған уҡыу йылында Республика көнөнә бағышланған “Баланың әҙәби-эстетик үҫеше” темаһына район семинары килгән тәрбиәселәргә күп яңылыҡтар белергә, эш тәжрибәһе тупларға ярҙам итте. Ҡунаҡтар мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән әҙерләнгән “Минең ғорурлығым — Башҡортостан” асыҡ дәресен ҡараны. Балалар төрлө милли кейемдәрҙә сығыш яһап, үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрендә башҡорт теленең, мәҙәниәтенең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең матурлығын сағылдырҙы. Һәр сығыш презентациялар һәм видео-слайдтар менән үрелеп барҙы. Мультимедиа технологияһы слайдтар күрһәтергә, дистанцион экскурсиялар үткәрергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, мин мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә балаларҙы Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу түңәрәген ойошторҙом. Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль сәйәхәттә кескәйҙәр үҙҙәрен ысын турист итеп хис итте. “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын яттан башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының муниципаль һәм район-ара этаптарында еңеп, Өфөлә йомғаҡлау сараһында тәрбиәсебеҙ Нурия Арысланова матур сығыш яһаны, — тип һөйләй “Йәйғор” түңәрәге етәксеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы Зинара Мәдехәт ҡыҙы.
Халыҡтың милли йөҙөн, телен, мәҙәниәтен һаҡлау беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Балаларыбыҙ туған телдә һөйләшһә, телебеҙҙең киләсәге бар, тигән һүҙ. Телгә һөйөү тәрбиәләүҙе ғаиләлә башлайыҡ, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә дауам итәйек.

Лира ЮРАСОВА.

Борй районы.

Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә
Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә
Башҡорт теле балалар баҡсаһынан өйрәнелә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: