Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
11 Декабря 2024, 06:00

“Һәр йорт “районка”лы булһын!”

ти 24 йыл ғүмерен почта хеҙмәтенә бағышлаған Ильза Бәләғетдинова

“Һәр йорт “районка”лы булһын!”“Һәр йорт “районка”лы булһын!”
“Һәр йорт “районка”лы булһын!”

Ауылдарҙа почта хеҙмәте халыҡ тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Унда төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә: гәзит-журналдарға яҙҙырыу һәм таратыу, пенсия өләшеү, коммуналь хеҙмәттәр һәм телефонға түләүҙәр ҡабул итеү, посылкалар алыу һәм ебәреү, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатыу һ.б. Халыҡ өсөн бер-береһе менән аралашыу, осрашыу урыны ла булып тора ул.

Упҡанкүл ауылы почта бүлегендә лә тормош ҡайнай. Бүлек начальнигы Ильза Альбирт ҡыҙы Бәләғетдинованың почта хеҙмәтендәге эш стажы 24 йыл тәшкил итә. Ошо йылдар эсендә ул халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, үҙ эшен яратып башҡара.

Иҫке Ҡарткиҫәк ауылында тыуып-үҫкән Ильза Альбирт ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Өфө 1-се полиграфистар училищеһына уҡырға инеп, линотипта йыйыу һөнәрен үҙләштерә. Дипломлы белгес хеҙмәт эшсәнлеген Асҡын район типографияһында, атап әйткәндә, "Надежда" район гәзитендә линотипист булып башлай. Унда ике йылға яҡын эшләгәндән һуң, 1991 йылда Нәфис Нәфил улы менән ғаилә ҡоралар һәм тормош иптәшенең тыуған ауылы Упҡанкүлдә төпләнеп йәшәй башлайҙар. Тормоштарына йәм өҫтәп, улдары Илфир, ҡыҙҙары Эльвина, Эльфина һәм Ирина донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бәләғетдиновтарға бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә.

2001 йылда Ильза Альбирт ҡыҙы Яубүләк ауылына хат ташыусы булып эшкә урынлаша. Ара йыраҡлығына, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. 16 йыл дауамында Упҡанкүлдән Яубүләк ауылына йөрөп эшләй.

— Ул йылдарҙа беҙҙең, почтальондарҙың, сумкалары бик ауыр ине. Ата-әсәләр гәзит-журналдарҙы үҙҙәре өсөн генә түгел, балалары өсөн дә яҙҙырҙы. Хаттар яҙышыу, байрамдарҙа открыткалар ебәреүҙе хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды, — ти Ильза Альбирт ҡыҙы. — Хәҙер элекке кеүек күпләп гәзит алыу, хаттар яҙышыу булмаһа ла, ауылдаштарыбыҙ бөгөн дә почта хеҙмәтенән бик ҙур теләк менән файҙалана. Тимәк, хеҙмәтебеҙ мөһим һәм кәрәкле.

Ысынлап та та, юғары технологиялар заманы булғанлыҡтан, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар һаны йылдан-йыл кәмей, баҫмаларҙы гаджеттар, смартфондар алыштыра. Бигерәк тә йәштәр гәзиттең электрон вариантын уҡыуҙы хуп күрә. Шулай ҙа, өлкән быуын кешеләре гәзитте экран аша түгел, ә ҡулға тотып уҡыуҙы үҙ итә.

Һигеҙ йыл элек Ильза Альбирт ҡыҙын Упҡанкүл почта бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Халыҡ менән, почтальонка Луиза Сафина менән аңлашып, бер маҡсатта эшләй. Яҙылыу күләме һиҙелерлек кәмеһә дә, почта хеҙмәтенең эше, мәшәҡәттәре кәмемәгән.

— Ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу йылдан-йыл ауырлашһа ла, даими яҙылыусы гәзит уҡыусыларыбыҙ бар. Уларҙы баҫмаларға йыш ҡына артып торған хаҡтар ҙа ҡурҡытмай. Халыҡ район хәбәрҙәрен, үрнәкле ғаиләләр, хеҙмәт алдынғылары тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡый. Октябрь айында үткән ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгөндә лә ауылдаштарыбыҙ әүҙем булды, әлегеһендә лә мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышалар, — ти Ильза Бәләғетдинова.

Илһөйәр Махатова.

“Һәр йорт “районка”лы булһын!”
“Һәр йорт “районка”лы булһын!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас