– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Республиканың һәр мөмкинлеге уларға ярҙам булараҡ йүнәлтелергә тейеш. МХО – беҙгә берләшергә ярҙам иткән ауыр һынау.
Әле беҙ яраланып ҡайтыусыларҙы реабилитациялау менән шөғөлләнәбеҙ. Уларҙың һаулығын хәстәрләү мөһим. МХО-нан ҡайтыусыларҙың ҡайһы берҙәре депутат та булып китте, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләүсе лә бар. “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының республика филиалына координатор булып урынлашыусылар ҙа осрай. МХО тамамланғас, егеттәрҙең күбеһе элекке эш урынына ҡайтасаҡ. Әлбиттә, беҙҙең идара итеү командаһына ла килеүселәр буласаҡ. Яугирҙар – уникаль тормош тәжрибәһе алған, ҡыйыу, аңлы, сыныҡҡан кешеләр. Улар командабыҙҙы көсәйтәсәк кенә.
Демобилизацияланыусылар һаны әкренләп артасаҡ. Һаулыҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса муниципалитеттар поликлиникаларында тәртип булдырабыҙ. Тағы ете поликлиника төҙөйбөҙ. Өфөгә ауыр сирлеләрҙе килтерәсәкбеҙ.
Төбәк, муниципаль властарҙың, “Ватан һаҡсылары” фондының һәм РФ Оборона министрлығының үҙ-ара бәйләнештә эшләүен һөҙөмтәле хәл итергә кәрәк. Хәрби госпиталдәр буйынса мөрәжәғәттәр бар – барыһын да уйлаясаҡбыҙ.
Хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың балаларын да ярҙамһыҙ ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Ә бындай ғаиләләрҙән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы Аксаков шыршыһына саҡырасаҡбыҙ.
Балтас районы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.
“Яугирҙарыбыҙ үҙҙәре һораған “УАЗ” автомобиле, ике мотоцикл, газ балондары, редукторҙар, йылытҡыстар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, боҙолмай торған ризыҡтар, йылы кейемдәр, итектәр, окоп шәмдәре, исемле посылкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Гуманитар ярҙамды йыйыуҙа барлыҡ район халҡы теләп әүҙем ҡушылды. Махсус хәрби операцияла ҡатаншҡан райондаштарыбыҙ һораған әйберҙәрҙең барыһы ла ебәрелде. Яугирҙар беҙҙең терәк-ярҙамды, күңел йылыбыҙҙы һәр саҡ тойорға тейеш”, — ти район башлығы урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова.
Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Артур Ғәлиев үҙенең “Урал” мотоциклын махсус хәрби операция зонаһына оҙатты.
Был етди ҡарарҙы ул тормош иптәше Светлана Нәфис ҡыҙы менән бергә ҡабул иткән.
Илебеҙ көсө берҙәмлектә, бер-беребеҙгә ярҙамлашыуҙа икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Тыныс күгебеҙ, яҡты көндәребеҙ өсөн көрәшкән, азатлығыбыҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған яҡташтарыбыҙға әлеге ярҙам игелекле, файҙалы булһын.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.