Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Декабрь , 09:00

Берҙәм эш уңыштарға илтә

Артабан да башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү һәм пропагандалау буйынса ҙур эштәр көтә

Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә

Башҡортостан халҡы менән "тура бәйләнеш"тә республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы тураһындағы һорауға ла яуап биреп, оло ҡорҙоң милләтебеҙ, республикабыҙ өсөн үтә мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.

Мәртәбәле сарала республикабыҙҙан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнашыр, тип көтөлә.

Балтас районынан сираттағы съезда район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Шәисламова һәм Танып ырыуы рәйесе Гөлназ Ғәлләмова ҡатнаша.

2019 йылда Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең ҙур йыйыны үтте. Бирелә хатта АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако һәм тағы ла 21 ил вәкилдәре ҡатнашты. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтен үҫтереү, берҙәмлекте нығытыу, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү — сараның төп маҡсаттары.


Һуңғы форумдан һуң биш йыл ваҡыт үтеп киткән. Был йылдар эсендә ҡуйылған барлыҡ маҡсаттар һәм ниәттәр ҙә тормошҡа ашырылғанмы, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау йәһәтенән ниндәй эштәр башҡарылған? Был хаҡта тулыраҡ Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Шәисламова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


Гөлфиә Зыязетдин ҡыҙы, башта төбәктәге башҡорт теленә иғтибар тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.


Республикала башҡорт теленә ҙур иғтибар бирелә һәм уны популярлаштырыу өсөн төрлө саралар үткәрелә, яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Башҡорт телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бик ҙур, мөһим эштәр башҡарылып килеүе — ҡыуаныслы күренеш.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең бер сығышында: “Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Туған телгә битараф булмаған һәм башҡорт телендә яратып һөйләшкән, телгә булған һөйөүҙе башҡалар менән уртаҡлашҡан әүҙем кешеләргә ярҙам итәбеҙ”, — тигәйне.
Туған телгә һөйөү ғаиләнән, балалар баҡсаһынан, мәктәптән башлана. Башҡорт телен мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, белем усаҡтарында өйрәнеү тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
Районда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” закондар талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Барлыҡ мәктәптәрҙә лә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Балалар баҡсаларында туған телдәр мөйөштәре йыһазландырылды. Иҫке Балтастағы “Ҡояшҡай” һәм Илекәй ауылындағы “Чебурашка” балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү төркөмдәре уңышлы эшләй. 2019 йылдан республикала Мәғариф һәм фән министрлығы дөйөм белем биреү ойошмаларының туған телдәр кабинеттарын мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. Балтас районында өс мәктәп ошондай сертификатҡа эйә булды. Бындай ярҙам уҡытыу сифатын яҡшыртасаҡ һәм уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу арттырасаҡ.
Район мәктәптәрендә башҡорт теленән 18 уҡытыусы белем бирә. Уларҙың 11-е — юғары, дүртеһе беренсе категорияға эйә. Даими рәүештә квалификацияларын күтәреү буйынса төрлө курстар үтеп торалар.
Һәр йыл һайын башҡорт теле буйынса олимпиаданың муниципаль этабын үткәреү матур йолаға әйләнде. Үткән уҡыу йылында барлығы 39 уҡыусы телде камил белеүҙә көс һынашты. Шуларҙың өсөһө республика этабында ҡатнашты. Штәнде урта мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Асрарова (уҡытыусыһы Рәмзиә Вәлинурова) призер булды.
Район дәрәжәһендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсы ла үткәрелде. Иҫке Тимкә мәктәбенең ижади төркөмө беренсе урын алды. Конкурста ҡатнашҡан уҡыусылар араһында Фәридә Миңлеғәлиева еңеү яулап, Ағиҙел ҡалаһында үткән бәйгелә район данын яҡланы. Ул төбәк этабында ла 1-се урынға лайыҡ булды.
2023 йылдың апрелендә районда тәүге тапҡыр яҡташыбыҙ, филолог, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Әхнәф Харисовҡа бағышланған “Харисов уҡыуҙары” конференцияһы үтте. Унда Өфөнөң Октябрь районы, Баҡалы, Тәтешле, Бүздәк, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын, Ҡариҙел, Балтас райондарынан килгән алдынғы ҡарашлы етәкселәр, ижади рухлы уҡытыусылар, әүҙем уҡыусылар ҡатнашты.
Шулай уҡ үткән йылдың ноябрендә Юғары Ҡарыш урта мәктәбендә XIX асыҡ “Әхмәров уҡыуҙары” һәм “ Хәтерҙең алтын биттәре” VI тыуған яҡты өйрәнеү конкурсы уҙҙы. Әлеге сара танылған йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың маҡтаулы тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, мәғрифәтсе, педагог-методист һәм Өфө ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен ойоштороусы Флүрә Әхмәрованың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышланды. Бирелә уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәре менән сығыш яһаны.
Шулай уҡ республика дәрәжәһендә үткәрелгән “Мостай уҡыуҙары”нда — Л. Фәүзетдинова, “Халыҡ шағиры” конкурсында — Р. Шәрифнурова, Ф. Мәхмүтова, “Туҡай уҡыуҙары”нда — Р. Шәрифнурова, А. Солтанова, “Өмөтбаев уҡыуҙары”нда Д. Сафиуллина ҡатнашты. “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” әҙәби-сәнғәт конкурсында Л. Зиннәтшина призер булды.
Балтас районында даими рәүештә республика кимәлендә саралар үтеп тора. Шуларҙың бер нисәһен билдәләп үтәйек әле.
Эйе, беҙҙә бындай саралар бихисап. Уҙған йылдың мартында “Йәш килен” республика этноконкурсы үтте. Унда 10 райондан һәм Ырымбур өлкәһенән 11 вәкил ҡатнашты.
Тағы ла сағыу байрамдарҙың береһе — V “Табынфест” төбәк-ара Табын ырыуҙары йәштәре фестивале. Бында Архангель, Ауырғазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Әбйәлил, Асҡын, Дәүләкән, Салауат, Балтас райондары, шулай уҡ Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре йәштәре “Табын һылыуы”, “Табын батыры” бәйгеләрендә көс һынашты.
Шулай уҡ билдәле мәғрифәтсе, идеолог һәм 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын ойоштороусы Ғабдулла Ғәлиевтың иҫтәлегенә бағышланған “Батырша ауазы” республика этнофестивале уҙҙы. Ул үҙ эсенә бихисап күркәм сараларҙы алды: башта Юғары Ҡарыш ауылында уның тыуған нигеҙе урынында һәйкәл сифатында ҡуйылған тәбиғи ташҡа беркетелгән таҡтаташ асылды, Иҫке Балтастағы Һабантуй майҙанында “Ялан ашы”, “Батырша ауызы” этник ижад бәйгеләре үтте.
—Балтастар шулай уҡ башҡа райондарҙа үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашамы?
Әлбиттә, башҡаса булмай ҙа. Быйыл Асҡын районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Йәштәр йылы сиктәрендә “Рух майҙаны” күсмә комплекслы сараһы уҙҙы. “Танып” шифаханаһы Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Мишкә, Ҡариҙел райондарынан һәм күрше Пермь крайынан делегацияларҙы үҙенә йыйҙы. Унда башҡорот телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы башҡорт мәҙәниәтенә бағышланған квиз-уйын үткәрҙе. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Балтас районы командаһы үҙен белемле, тапҡыр, өлгөр итеп күрһәткән өсөн атап үтелгән ойошманың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Артабан стратегик сессия барышында көнүҙәк мәсьәләләр — эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге проблемалар ҡаралды, йәштәрҙе айырыуса борсоған һорауҙар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.
Шулай уҡ Асҡын районында “Башҡорт йолалары вариҫтары” II республика халыҡ ижады фестивале үтте. Әлеге проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Асҡын районы хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙенсәлеген нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән сараға Асҡын, Мишкә, Салауат, Ҡариҙел, Балтас, Тәтешле, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле райондарынан, шулай уҡ Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан фольклор коллективтар йыйылды. Йырлы-бейеүле “Уйын” бәйгеһендә Гөлназ Ғәлләмова етәкселегендәге “Малан” фольклор ансамбле “Шар һуғыу” тигән йырлы-бейеүле уйынды мәртәбәле жюри ағзаларына тәҡдим итеп, 3-сө урын яуланы һәм һигеҙ мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.”Баһадир” конкурсында балтастар лайыҡлы сығыш яһап, 1-се урын яуланы һәм 20 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Быйыл Балтас районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Был хаҡта ла ҡыҫҡа ғына әйтеп китегеҙ әле.
Эйе, сара 22 майҙа район хакимиәте бинаһында уҙҙы. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Ғасимйәнова, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов, район Советы рәйесе Азамат Мәғзүмов, район Советы секретары Рәсих Әҡбәров, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты унда. Көн тәртибе буйынса ҡоролтайҙың башҡарма комитетына өҫтәмә ағзалар һайланды, районда мәҙәни мираҫты тергеҙеү, башҡорт һалҡының традицияларын һаҡлау һәм пропагандалау эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаты тапшырылды. Артабан барлыҡ тәҡдимдәр һәм өҫтәмәләр ҙә иҫәпкә алынып, резолюция ҡабул ителде.
Балтас районы башҡорттары ҡоролтайының эше һөҙөмтәле. Артабан да башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереү һәм пропагандалау өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
Район ҡоролтайының һуңғы биш йылдағы эшенә йомғаҡ яһағанда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡуйған маҡсаттар һәм идеялар тулыһынса тормошҡа ашырылды, тип ышаныслы әйтергә була. Башҡорт халҡының туған телен, мәҙәни традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға һәм үҫтерергә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Тарихи ҡиммәткә эйә традицияларҙы алға табан да популярлаштырырға, уларҙы йәш быуынға тапшырырға, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк.


Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Берҙәм эш уңыштарға илтә
Автор:
Читайте нас: