Светлана Шәйхинурова — Яубүләк, Яңы Ҡарткиҫәк һәм Королев ауылдарының хат ташыусыһы. Ауылдаштары уны асыҡ йөҙлө, изге күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн ихтирам итә. Уның бик яуаплы почтальон эшен ҡабул итеп алыуына 10 йылдан артыҡ ваҡыт үткән.
Үҙ эшен яратып башҡарған почтальон көн һайын тиерлек халыҡ араһында. Бигерәк тә гәзит-журналдарға яҙылыу осоро бик яуаплы. Әйткәндәй, матбуғатҡа яҙылыу буйынса планды Светлана Фәнәүи ҡыҙы һәр йылды үтәргә тырыша.
Светлана Фәнәүи ҡыҙы эшен яратып башҡарған хеҙмәткәр ҙә, бәхетле әсәй һәм өләсәй ҙә. Әлфир Таһирйән улы менән бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн алты ейән-ейәнсәренә ҡыуанып ғүмер итә Шәйхинуровтар.
Илһөйәр Махатова.