Район гәзиттәренең байтаҡ йылдар инде тоғро дуҫы — Солтанай ауылынан Рәйсә Сәләхетдинова. Ул йыл да ике баҫмаға — “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч” гәзиттәренә теләп яҙыла. Әле лә ун көнлөктө көтөп алып, ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡуйҙы.
Күп балалы әсәй, әүҙем ағинәй, Яубүләк ауыл биләмәһе депутаты булараҡ, ул район яңылыҡтарынан һәр саҡ хәбәрҙар булып тора. Ә бының өсөн “Йәнтөйәк” һәм “Ышаныч” гәзиттәре — ышаныслы ярҙамсы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 2 декабрҙән 12-һенә тиклем ойошторолған ун көнлөктән файҙаланып ҡалығыҙ. Ил, республика, район яңылыҡтары менән таныштырып торған баҫмаларҙан айырылмайыҡ!
Илһөйәр Махатова.