Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2024, 11:40

Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр

Солтанай ауылы мәсетендә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар именлегенә Ҡөрьән аяттары уҡытылды

Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр

Солтанай ауылы ағинәйҙәре, әүҙем гүзәл заттары изге эш башҡарҙы — ауыл мәсетендә махсус хәрби операция тиҙерәк туҡтап донъялар тынысланып китһен, халыҡ имен йәшәһен тигән теләк менән Ҡөрьән аяттары уҡытты.

Ауыл имам-хатибы Венер Әбдрәхимов аҙан әйтеп, Ҡөрьән аяттары уҡыны, вәғәз һөйләне. Артабан Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев сығыш яһап, үҙенең теләктәрен еткерҙе, солтанайҙарҙың әүҙемлеген, татыулығын билдәләп, ауыл мәсетендә һәр саҡ дини байрамдарҙы бергәләп үткәреүҙәрен, даими рәүештә Ҡөрьән  аштары ойоштороуҙарын әйтеп үтте. Флүр Фәнүз улы Солтанай ауылы халҡының махсус хәрби операцияға ла ярҙамын юғары баһаланы  һәм маскировка селтәрҙәре үргәндә, посылкалар әҙерләгәндә әүҙем булышҡандарға — Рәйсә Сәләхетдиноваға, Сөғдә Гәрәеваға, Лилиә Ғайфуллинаға, Эльза Йосоповаға, Илүсә Суфияноваға, Нәфисә Рәхимоваға, Эльза Рәхимоваға, Сулпан Туймөхәмәтоваға, Зилә Шәйнуроваға, Зөһрә Хәлитоваға ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Бүләкләү тантанаһынан һуң аралашыу сәй табыны артында дауам итте. Өҫтәл әҙерләүҙә Заһидә Фәтхетдинова, Фәниә Суфиянова ҙур тырышлыҡ һалды. Рәйсә Сәләхетдинова һәр ваҡыттағыса тәмле былау пешерҙе. Ҡыҫҡаһы, һәр килгән ҡатын-ҡыҙ табынға ниндәйҙер тәмле ризыҡ әҙерләп алып килде.

  • Ҡөрьән уҡытһаң, күңелдәр тынысланып киткәндәй була. Бөгөн дә шулай булды. Солтанай ауылынан әлеге ваҡытта өс яугир махсус хәрби операцияла ҡатнаша, өсөһө, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булды. Уҡылған доғалар, теләгән теләктәр улар рухына барып ирешһә ине, яуҙағылары иҫән-имен әйләнеп ҡайтһа ине. Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ: ошо тирәлә генә биш маскировка селтәре үрҙек, күрше ауылдарҙан да халыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеп, йылы кейемдәр, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек тултырып посылкалар ебәрҙек, — тип һөйләне ауыл активисы, ағинәй Рәйсә Ғафуръян ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Ихлас теләктәр һәм изге доғалар ҡабул булыр
Автор: Ильсияр Махатова
Читайте нас