“Верена” бейеү коллективы район Мәҙәниәт йорто эргәһендә күптән түгел ойошторолдо. Уның етәксеһе Венера Вәлиәхмәт ҡыҙы Баландина оҙаҡ йылдар балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәткән хореограф булараҡ күптәргә таныш. Ағымдағы йылдың июнендә ул өлкәндәр менән эшләй башланы. Уның инициативаһы менән “Верена” төркөмө ойошторолдо. Коллективты төрлө тармаҡтарҙа эшләгән, байтаҡ тормош тәжрибәһе туплаған гүзәл заттар тәшкил итә. Араларында сауҙа өлкәһендә эшләгәндәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт һалған хаҡлы ялдағылар ҙа бар. Уларҙың барыһын да бейеүгә булған һөйөү берләштерә.
Йәмилә Ғарифуллина, Гүзәл Мортазина, Фәниә Харисова, Әнфисә Сәйетғәлиева, Гөлнара Солтанова, Флүзә Мөхлисова, Рәзидә Әхмәтова, Зөһрә Әғәләмова ҙур теләк менән сығыш яһай. Етәкселәре Венера Баландина ла улар менән бергә бейей. Уҡытыусылар, Өлкәндәр көнөнә бағышланған сараларҙы ла улар үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән йәнләндерҙе.
Әле күптән түгел бейеү коллективы “Урал таланттары” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында сығыш яһап, 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Әлегә бындай дәрәжәләге бәйгелә уларҙың тәүге еңеүе генә булһа ла, бейеүселәр үҙҙәренең уңыштары менән һоҡландырыр әле.
Рифина Ниғәмәева.