Ошо көндәрҙә Үрге Тәтешле ауылының район Мәҙәниәт йортонда сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидлыҡтары булған кешеләр өсөн “Ҡояш барыһы өсөн дә-2024” тип аталған төбәк-ара ижад фестивале үтте. Сара Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланып, үҙенсәлекле балаларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау һәм үҫтереү маҡсатында бер нисә йыл рәттән ойошторола.
Фестивалдә Асҡындан Илнар Сәләхетдинов (етәксеһе Гөлназ Рәхип ҡыҙы Моратова) та ҡатнашып, “Вокал” номинацияһында 13-18 йәшлектәр араһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
Илнар быйыл Асҡын 2-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт ауыл хужалығы етештереү колледжында баҡсасы белгеслеге буйынса белем ала. Йыр-бейеүгә һәләтле егет Солтанай ауылында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Ул ауыл һәм район Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Район Мәҙәниәт йорто эргәһендәге вокал түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Илнарҙың әсәһе лә, апайҙары ла йыр-бейеүгә һәләтле.
Афарин, Илнар! Һәр ваҡыт шулай әүҙем бул, тырышлығың уңыштарға илтһен!
Илһөйәр Махатова.