Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ — әсәйҙәргә арналған сара күңелдәргә һәр ваҡыт йылылыҡ, наҙ, һөйөү өләшә. Байрам көндө Солтанай мәҙәниәт йортонда үткән “Әсәйем — иң яҡын кешем” тип аталған сара ла яҡты һәм ихлас тойғолар бүләк итте.
Китапханасы Лилиә Сәмиғуллина ауылдың иң әүҙем, иң тырыш ағинәйҙәре Фәниә Суфиянова, Сөғдә Гәрәева, Рәйсә Сәләхетдинова ҡатнашлығында конкурс ойоштороп, әсәйҙәрҙе ярыштырҙы. Улар үҙҙәренең аш-һыуға, йыр-бейеүгә оҫталығын, отҡорлоғон күрһәтеп, төрлө биремдәр үтәне.
Уҡыусылар сараға килгән барлыҡ әсәйҙәргә үҙҙәренең матур шиғырҙарын, дәртле йырҙарын, бейеүҙәрен арнаны. Сығыш яһаусылар гүзәл заттарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, балаларының изгелеген, яҡшылығын ғына күреп йәшәүҙәрен теләне.
Илһөйәр Махатова.
Лилиә Сәмиғуллина фотолары.