Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь , 11:28

“Иртән дә, кисен дә беҙ бында”

Фронт өсөн, яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ошо ябай ғына маскировкалау селтәрҙәренең дә әһәмиәте ҙур булыуы билдәле    

“Иртән дә, кисен дә беҙ бында”
“Иртән дә, кисен дә беҙ бында”

Борай районындағы Балалар ижады йорто иртән дә , кисен дә гөрләп тора. Бында түңәрәктәргә ашыҡҡан балаларҙан тыш, өлкәндәрҙең дә йыйылыуына ғәжәпләнмәйҙәр. Төрлө һөнәр кешеләрен бер генә уй, бер генә теләк берләштерә – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү һәм уларҙың тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләү. Шуға күрә Борай ҡатын- ҡыҙҙары йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, яҡташтарына оҙатыу өсөн ошонда маскировкалау селтәрҙәрен үрергә килә.

– Был мөһим эштән бер кем дә ситтә ҡалмай. Район халҡы ла, хакимиәт етәкселеге лә финанс ярҙамы күрһәтә. Бер йыл элек эште ойоштороп ебәргәйнек. Өфөнән материал алып ҡайтабыҙ, тейешле станок һәм инструменттарыбыҙ бар. “Максети Башкортостана” ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – ти Балалар ижады йорто директоры Филзинә Фәйез ҡыҙы Сәхипгәрәева. – Селтәр үрергә килгәндәрҙең күпселеген хаҡлы ялдағылар тәшкил итә.

Борайға байтаҡ йылдар элек килен булып төшкән Хәлимә Камалова бында күптән инде үҙ кеше. Интернатта хужалыҡ мөдире булып эшләй. Милә Ибраһимова – бухгалтер. Гөлшәт Әхәтова – “Газ сервисУфа” хеҙмәте комплексы начальнигы. Бында һинең кем булып эшләүең, ниндәй вазифа биләүең мөһим түгел. Ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә биреп ебәреү өсөн селтәрҙе тиҙерәк үреп бөтөрөргә кәрәк.

– Ауылдаштарға ҙур рәхмәт белдергебеҙ килә, – ти ҡатын-ҡыҙҙар. –Йөҙ меңдән ашыу аҡса йыйҙыҡ. Өфө ирекмәндәре һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Селтәр үреү менән генә сикләнмәйбеҙ, ел-ямғырҙан һаҡланыу өсөн уңайлы кейемдәр, костюм тегә башланыҡ. Ҡайһы бер ҡатындар өйҙәрендә лә тегеү менән шөғөлләнә, бер кемдең дә ситтә ҡалғыһы килмәй.

Фронт өсөн, яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ошо ябай ғына маскировкалау селтәрҙәренең дә әһәмиәте ҙур булыуы билдәле. Хәҙер миҙгелдәр алмашынған мәлдә уларға айырыуса һорау ҙур. Ярҙамсылар күберәк булған һайын эш тә тиҙерәк ыраясаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар ошо хеҙмәттең хәрби ҡорамалдарҙың яҡшыраҡ һаҡланыуына, хәрби әҙерлектең көсәйеүенә булышлыҡ итәсәгенә шикләнмәй. Маскировкалау селтәрҙәрен үреү өсөн айырым үҙенсәлектәргә эйә булған туҡымалар файҙаланыла. Мамыҡ туҡыма (бәз, поплин, сатин, канва) – ныҡлы, оҙаҡ ҡулланыу мөмкин булған материал, ти белгестәр. Бындай материалдарҙан үрелгән селтәрҙәр яҡшы хеҙмәт итәсәк, хәрби ҡорамалдарҙың тирә-яҡ мөхит менән берләшеп ҡушылып китеүе дошманға һиҙелмәҫлек буласаҡ. Борай ҡатын-ҡыҙҙарына уңыштар, именлек теләйбеҙ.

Динә Арыҫланова.

Борай районы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: