Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандан госпиталдәрҙә дауаланған махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға юлланған ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙең тәүге төркөмө ҡайтыуы тураһында хәбәр итте.
“Ике аҙналыҡ борсолоуҙар артта ҡалды. Барыһы ла иҫән-һауҙар. Ябай булмаған ҡарар ҡабул иткән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт. Улар, шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, госпиталдәрҙәге яугирҙәребеҙгә ярҙамға юлланды. Яҡындарына теләктәшлек белдергән ғаиләләренә лә рәхмәт”, - тип яҙҙы Зөһрә Гордиенко.
Ул шулай уҡ әлеге ваҡытта яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүгә тәғәйенләнгән яңы состав тупланыуы хаҡында ла хәбәр итте. Кемдәр ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отрядына ҡушылырға теләй, министр вазифаһын башҡарыусының ярҙамсыһы Гүзәл Нәүширбановаға мөрәжәғәт итә ала. Уның “Бәйләнештәге” сәхифәһе: https://vk.com/id822938997