Нәҡ ғаилә династияларында туғанлыҡ ептәре, намыҫ, һөнәргә тоғролоҡ кеүек сифаттар бер-береһе менән үрелеп бара. Мишкә эске эштәр бүлегендә лә ундай ғаиләләр күп. Улар араһында һайлаған һөнәрҙәренең нескәлектәрен быуындан-быуынға тапшырған Сәлмийәновтар, Русиновтар, Әйүповтар, Фәйзелғаяновтар, Шәймарҙановтар, Бәҙәмшиндар бар. Был юлы һүҙ Зариповтар династияһы тураһында.
Династия башында Дәғим Зарипов тора. Ул МСО-ла водитель булып эш башлай. Бер ваҡыт уларға эшкә милиция начальнигы Йәсәүи Ваһапов килә, ул хоҡуҡ һаҡлау органдарына йәш белгестәр эҙләгән була. Ойошма тәҡдиме менән Дәғим Ислам улы Мишкә эске эштәр бүлегенә водитель булып ебәрелә. Унда алты йыл эшләй ул. Артабан уны Камай төбәгенә участка инспекторы итеп күсерәләр. 1983 йылдан 1986 йылға тиклем юрист квалификацияһын ала һәм райондың өлкән участковыйы итеп билдәләнә.
1986 йылда Дәғим Ислам улы Өфөлә СССР Эске эштәр министрлығының начальниктар составы әҙерләү буйынса махсус урта мәктәбенә уҡырға инә. 1996 йылда майор званиеһында милициянан отставкаға китә. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Дәғим Ислам улы миҙалдар, күкрәк билдәләре, район, республика, Рәсәй кимәлендәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Уның хеҙмәт стажы — 25 йыл тирәһе.
Уның юлын ҡустыһы Динар Зарипов та һайлай. Армия хеҙмәтенән һуң ул Өфөнөң Совет районында эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Званиеһы патруль-пост хеҙмәтенең милиция старшинаһы була. Хаҡлы ялға унда эшләп китә.
Династияны Дәғим Зариповтың улы Әлфрид тә дауам итә. Ул да ғүмерен район халҡы йәшәйешен һаҡлауға бағышлай. Хеҙмәткә 1993 йылда килә, патруль-пост хеҙмәтендә кинолог булып эшләй башлай.
Оҙаҡ йылдар эсендә (стажы атаһыныҡы кеүек үк) иҡтисади енәйәт бүлегендә лә, конвой хеҙмәте начальнигы ла булып хеҙмәт һала. Ниндәй генә вазифа биләмәһен, һәр ваҡыт уны башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Шуға ла ул 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә “Эске эштәр министрлығы органдарында яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалдарын, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлегенең юбилей миҙалдарын лайыҡлы йөрөтә. Әлфрид — хеҙмәт алдынғыһы һәм Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре. 2018 йылда майор званиеһында хаҡлы ялға китә.
Әлфридтең улы ла армия хеҙмәтенән һуң олатаһы һәм атаһы һөнәрен дауам итергә уйлай. 2021 йылда Мишкә район полиция бүлегенә участка инспекторы вазифаһына эшкә урынлаша, Аҡбулат, Камай, Мишкә төбәктәрен контролдә тота.
Бер ғаиләнең бер нисә быуынын дөйөм эш берләштереүе оло мәғәнәгә эйә. Бигерәк тә һүҙ бик яуаплы һәм ауыр полиция һөнәре тураһында барғанда.
Венера Әғләмова.
Мишкә районы.