Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ноябрь , 10:00

Бар яҡлап та булдыҡлы мөғәллимә

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм уңыштарға дәртләндереү маҡсатында республикала ауыл ерендә эшләүсе йәш педагогтарға гранттар бирелә. Түбән Иванай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Беляева ла 690 мең һумлыҡ грантты алыуға иреште.

Бар яҡлап та булдыҡлы мөғәллимә
Бар яҡлап та булдыҡлы мөғәллимә

Надежда Аркадьевна — үҙ эшенә бар күңелен һалған телһөйәр мөғәллимә лә, директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе лә, спортсы ла, донъяның һәр миҙгелен яратып йәшәүсе гүзәл зат та. 2011 йылдан башлап һәр уҡыусыны яҡын итеп, уларҙың ихтыяждарын һәм һәләттәрен аңлап, белем һәм тәрбиә бирә.
— Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Йәкүнә ауылында башланғыс кластарҙа уҡығанда өс ҡыҙ менән бик дуҫ булдыҡ, өсөбөҙ ҙә уҡытыусы булабыҙ тип, тырышып уҡый инек. Тәнәфестәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алып, таҡта алдында уҡытыусы булып уйнай торғайныҡ. Үҙ хыялыбыҙға тоғро ҡалдыҡ — барыбыҙ ҙа ошо изге һөнәрҙе һайланыҡ, — тип бала саҡ хәтирәләренә бирелде Надежда Аркадьевна. — Тыуған ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Яланғас урта мәктәбендә уҡыным. Ундағы уҡытыусыларымды ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Әсәйем Роза Ивановна, атайым Аркадий Саликаевич алдында ла баш эйәм. Ауыр ваҡыттар булһа ла, беҙгә юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған районыма ҡайтып, эшкә урынлаштым. Башҡа яҡҡа сығып китергә уйымда ла булманы. Ауыл ерендә эшләгән уҡытыусыларға бирелгән грантты алыуыма ла бик ҡыуандым, йәш белгестәргә шундай ярҙам булдырғандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтке килә.


Мөғәллимә үҙе билдәләүенсә, уҡыу уға бала саҡтан еңел бирелә. Әҙәби китаптарҙы айырыуса яратып уҡый, спорт буйынса ла беренселекте бер кемгә лә бирмәй. Ниндәй генә спорт төрҙәре менән мауыҡмай ул... Был, үҙ сиратында, уға еңеү шатлығы һәм сәләмәтлеккә файҙа ғына килтереп ҡалмай, ә иң мөһиме — ихтыяр көсөн тәрбиәләй һәм шәхес булараҡ үҫергә мөмкинлек бирә. Надежда Беляева — гер спорты буйынса күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы, юниорҙар араһында Рәсәй беренселегенең бронза призеры. Гер спорты буйынса Башҡортостандың ғәмәлдәге чемпионы, спорт мастерлығына кандидат.
Йәш пар 2013 йылда ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Артемий 4-се класта уҡый. Тырыш малай спорт менән шөғөлләнә — футбол буйынса район һәм район-ара ярыштарҙа еңеүсе. Ә кесе улдары Ермилгә өс йәш.
Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай Надежда Аркадьевна. Мәктәп директорының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсе булыуы ла быны асыҡ күрһәтеп тора. Был вазифаның төп бурыстары — мәктәп коллективы, ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек итеү. Тәрбиә эшен дә бар оҫталығын һалып ойоштора — спортты, ирекмәнлек хәрәкәтен, мәктәп театрҙарын, балалар һәм йәштәр башланғыстары үҙәктәрен үҫтерә. Надежда Аркадьевна мәктәптә “Беренселәр хәрәкәте” кураторы, “100 дуҫ” театр берләшмәһен етәкләй.

“Эрвел мари” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Балалар һәм уҡытыусылар коллективы менән бергә ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар уйлап таба.
— Надежда Аркадьевна — талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел, тыныс һәм иғтибарлы уҡытыусы. Дәрестә яҡшы итеп аңлата, фәһемле кәңәштәр бирә. Беҙҙең менән “бер тулҡында” йәшәй. Беҙ уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, — ти уҡыусылары уның тураһында.

Түбән Иванай урта мәктәбе директоры Юрий Асылкаев та хеҙмәттәшен тик йылы һүҙҙәр менән генә телгә алды:
"Надежда Аркадьевна — яуаплы һәм абруйлы уҡытыусы. Көслө белгес һәм кешелекле булыуы менән хеҙмәттәштәре, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре араһында ихтирамлы шәхес. Һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асырға, уны мәктәп “ғаиләһенә” еткерергә ынтыла, кәңәшсе булараҡ тәрбиә һәм уҡытыу өлкәһендәге барлыҡ яңылыҡтарҙы, үҙгәреп торған закондарҙы белеп-өйрәнеп, уларҙың үтәлешен тәьмин итә".
Тырыш, яуаплы, һәр ваҡыт камиллашыу юлында булған Надежда Беляеваға артабан да тик уңыштар теләйбеҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Автор:
Читайте нас: