Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь , 11:16

Ижади күңелле, спорт һөйөүсе егет

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында төрлө милләт студенттары белем ала. Улар бик тырыш һәм талапсан, уҡыу йорто тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Шундай студенттарҙың береһе – уҡыу алдынғыһы, илһөйәр егет Тимур Шәймөхәмәтов менән әңгәмәләштек.

Ижади күңелле, спорт һөйөүсе егет
Ижади күңелле, спорт һөйөүсе егет

— Тимур, ҡайһы яҡтың һыуҙарын эсеп үҫтең?


— Мин Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан йәмле Саҡмағош ауылында тыуып үҫтем. 2020 йылда урындағы гимназияны тамамлап, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология факультетына башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға индем. Бөгөн 5-се курста белем алам.


— Ата-әсәйең, туғандарың нимә менән шөғөлләнә?


— Ғаиләлә беҙ алтаубыҙ: әсәйем, атайым, ҡустым, ике һеңлем һәм мин. Атайым менән әсәйемдең мин тәүге мөхәббәт емеше. Атайым — Самат Сәғит улы, талапсан, эшһөйәр кеше, бөгөн ул Росгвардияла эшләй. Әсәйем – Зита Андреевна, тәртип ярата, мәктәптә контроль-теркәүсе булып эшләй. Ул милләте буйынса мари, шуға ғаиләлә ике милләт ғөрөф-ғәҙәттәре лә һаҡланып килә.


— Төрлө милләт кешеләре булғас, ғаиләлә ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ? 

— Беҙ күп осраҡта татар телендә аралашабыҙ, ҡайһы саҡта рус телендә.


— Ни өсөн филология факультетының башҡорт бүлеген һайланың? Уҡыу йортон тамамлағас, киләсәгеңде нисек күҙаллайһың?
— Был минең аңлы рәүштә һайлау булды, сөнки Башҡортостанда тыуып үҫкәс, уның бай тарихын, мәҙәниәтен, телен төптәнерәк өйрәнеү маҡсатын ҡуйҙым. Ҡулыма диплом алғас, теүәл генә нимә менән шөғөлләнәсәгемде әлегә әйтә алмайым, сөнки мин һәр ваҡыт яңылыҡ, төрлөлөк яратам, шулай ҙа киләсәктә тыуған илемдең мәғарифын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерә алырмын, тип уйлайым.


— Белеүебеҙсә, һин әҙәбиәт һөйөүсе кеше, үҙең дә ижад итәһеңме?


— Эйе, әҙәбиәтте бик яратам. Был, моғайын, атайымдан күскәндер, сөнки ул уҡыған китаптарҙы мин дә йотлоғоп уҡыйым. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Илфар ҡыҙы Кәбироваға ҙур рәхмәтемде еткергем килә, сөнки ул әҙәбиәткә һөйөүҙе тағы ла көсәйтте, уның күп төрлөлөгөн асып бирҙе. 12 йәштән үҙем дә ҡәләм тибрәтеп ҡараным, шиғыр яҙа башланым, ә 11-се класта уҡығанда беренсе хикәйәләремде яҙҙым. Киләсәктә рус телендә генә түгел, ә башҡорт, татар, инглиз телдәрендә лә ижад иткем килә. Был яҡтан мин үҙемдең өләсәйем Илһөйәр Фрит ҡыҙына оҡшағанмын. Ул бик күп йылдар район Мәҙәниәт йортонда директор булып эшләне һәм әлеге ваҡытта бик матур шиғырҙар, эссе, сәсмә әҫәрҙәр яҙа.


— Ижадтан тыш тағы нимәләр менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ?
— Кеше рухи яҡтан ғына түгел, ә тән таҙалығы яғынан да үҫешергә тейеш, тип уйлайым, шуға күрә буш ваҡыттарҙа спорт менән шөғөлләнәм. Айырыуса фитнес яҡын. Музыканы ла үҙ итәм, варган һәм акустик гитарала уйнайым.
— Тимур, ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт. Барлыҡ уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйем.

 

Аделина Шәмсиева.

Бөрө районы.

Ижади күңелле, спорт һөйөүсе егет
Ижади күңелле, спорт һөйөүсе егет
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: