Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
9 Ноябрь 2024, 06:00

Күҙ тейгәндә кеше үҙен өшкөрә аламы?

Ниндәй доғалар уҡырға кәрәк? Тулыраҡ сайтыбыҙҙа:

Күҙ тейгәндә кеше үҙен өшкөрә аламы?Күҙ тейгәндә кеше үҙен өшкөрә аламы?
Күҙ тейгәндә кеше үҙен өшкөрә аламы?

Бының өсөн пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм кәңәш иткән доғаларҙы усыбыҙға уҡып, өрөргә һәм тәнебеҙҙең бөтә ерен һыпырырға кәрәк. Башҡа кеше уҡыһа, бигерәк тә файҙалыраҡ була.
Пәйғәмбәребеҙҙе сихырлағас, ул алты ай тора алмайынса ауырып ята. Был уның өсөн һынау була. Аллаһы Тәғәлә уға ике фәрештә ебәрә. Улар пәйғәмбәр янына килеп, «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡып, өшкөргәс, шәбәйә, аяҡҡа баҫа. Пәйғәмбәр үҙе лә доғалар уҡый, Аллаһы Тәғәлә фәрештәләр ҙә ебәрә. Тимәк, үҙең уҡыһаң да, кеше уҡыһа ла дөрөҫ була.

Күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм доғаны 7 тапҡыр уҡырға ҡушҡан. «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡырға кәрәк, «Инширах» сүрәһе тынысландыра. «Фатиха» сүрәһе бөтөн ауырыуға шифалыр. Был сүрәне уҡып, һәр кем дауа таба ала. Аллаһы Тәғәлә һәр ауырыуҙың дауаһын да бирҙем, тигән. Уны бары тик эҙләргә, табырға тырышырға ғына кәрәк», – тип әйткән пәйғәмбәребеҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас