Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
5 Ноябрь 2024, 07:10

Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды

Ҡыйғаҙы ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған матур сара үтте

Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналдыТатыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды

Мәҙәни саралар ойоштороусы Зәлифә Ибраһимова ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә байрам уңайынан бай йөкмәткеле концерт ойошторҙо. Үҙенең моңло йырҙарын ауылдаштарына Фәнүзә Дауытова, Ания Ғилметдинова, Булат Ибраһимов, автор-башҡарыусы, алып барыусы Рәбинә Кәлимуллина, Солтанайҙан Илнар Сәләхетдинов бүләк итте. Мәғариф ветераны Зәкиә Сафина тасуири итеп шиғыр уҡыны. Оҫта гармунсылар Азат Ибраһимов, Рәмилә Йосопова, Үтәштән Нәжип Ғилметдинов сараны музыкаль яҡтан биҙәп, тамашасыларҙы ла йырлатты һәм бейетте.

Ауыл мәҙәниәт йортоноң “Бәхет” фольклор коллективы ағзалары (Мәрзиә Сәхәүетдинова, Фәнүзә Дауытова, Зәкиә Сафина, Ания Ғилметдинова, Зәлифә Ибраһимова) “Ҡаҙ ҡанаты  һыҙырыу” йолаһын бик матур итеп сәхнәләштерҙе. Йырҙар, бейеүҙәр аша улар көҙ миҙгеленең матур бер биҙәге булған байрамдың асылын асып һалды.

Ауыл халҡына, башҡа ауылдарҙан килгән тамашасыларға ҡотлау һүҙҙәре менән мәғариф ветераны Нәзилә Әйүпова, район Мәҙәниәт йорто директоры Ирина Струкачева сығыш яһаны.

Байрамда Зәлифә Мулланур ҡыҙы  мәғариф ветераны Фәнүзә Дауытованы тыуған көнө уңайынан ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

Концерт бер тында үтеп, тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Татыулыҡ һәм берҙәмлеккә арналды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас