Любовь сығышы менән Пермь крайы Ҡуйыҙа районы Лайга ауылынан. Ул күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һигеҙ баланан тик өсөһө генә иҫән.
Ҡәҙим Яңы Күскилде ауылында тыуып үҫә. Ул да күп балалы ғаиләнән, өлкәне, унан һуң тағы биш бала тыуа. Ул өйләнгәндә ғаиләлә иң бәләкәйенә йәш ярым ғына була.
Йәштәр 1989 йылда Красноуфим ауыл хужалығы техникумында уҡыған ваҡытта таныша. Ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң — агроном һөнәрен, ә егет армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауыл хужалығын ойоштороусы-технолог белгеслеген үҙләштерергә килә был уҡыу йортона.
1991 йылдың декабрендә өсөнсө курста уҡыған саҡтарында йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Бер йылдан һуң — диплом алғас, йәш ғаилә Яңы Күскилдегә ҡайта. Яңы йорт һалып сыҡҡансы ата-әсәләре менән бергә йәшәйҙәр. Рус милләтенән булған киленде ҡәйнә менән ҡайната йылы ҡабул итә.
— Тәүге көндәрҙән үк татыу йәшәнек, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, тыныс ҡына хәл итә инек. Ҡәйнәм Мәнфүсә Әкрәм ҡыҙына 79 йәш. Ул бик аҡыллы, изге күңелле кеше. Килен булып төшкәндә башҡортса һөйләшергә белмәй инем. Әкренләп өйрәндем, хәҙер барыһын да аңлайым, бер ҡыйынлыҡһыҙ һөйләшәм, миңә урындағы диалект оҡшай. Балаларыбыҙ ҙа бәләкәйҙән башҡорт телен дә, рус телен дә яҡшы белә, — тип һөйләне алсаҡ хужабикә.
Любовь Тимофеевна һәм Ҡәҙим Ғүмәр улы 33 йыл татыу ғүмер итә. Улар өс балаға — Гүзәлиә, Азат, Динисламға ғүмер бүләк итеп, бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе биреп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итә. Ҡыҙҙары ғаиләһе менән Екатеринбургта йәшәй, сауҙа өлкәһендә эшләй, ике ул үҫтерә. Азат менән Динислам әлегә өйләнмәгән, эшләйҙәр.
Ҡәҙим Ғүмәр улы һигеҙ йыл — совхозда, 23 йылдан артыҡ вахта ысулы менән себерҙә эшләй. Любовь Тимофеевна төрлө урындарҙа хеҙмәт һала, бөгөн ул Иҫке Күскилде ауыл мәҙәниәт йортонда таҙалыҡ өсөн яуап бирә. Мәҙәниәт усағының методисы Наил Мәғзүмйәнов менән бергә төрлө саралар әҙерләп үткәрә. Оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһы рәйесе, һуңынан уның ағзаһы булараҡ та ҙур тырышлыҡ һала. Матурлыҡҡа ғашиҡ, ижади ҡарашлы гүзәл зат сәскәләр үҫтерергә, тәмле ризыҡтар бешерергә ярата.
Фәзуллиндар әйтеүенсә, ғаиләләрендә милләткә бәйле аңлашылмаусанлыҡтар бер ҡасан да булмай. Ике милләттең дә ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәйҙәр.
— Ике яҡтан да туғандар бер-беребеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итә. Башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ миндә лә бар. Милли аштарҙы ла бешерергә өйрәндем. Сәк-сәк, ҙур бәлеш бик тәмле килеп сыға, шулай уҡ билмән, ҡоймаҡ бешерергә яратам. Дини байрамдарға ла ихтирам менән ҡарайбыҙ. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарына бергә йыйылабыҙ, мәсеткә барабыҙ. Православие байрамдарын да билдәләйбеҙ. Масленицаға ҡоймаҡ ҡоябыҙ, Пасхала йомортҡа буяйбыҙ, кулич бешерәбеҙ, — тип һөйләне Любовь Тимофеевна.
Наилә Имаева.