Бәләбәй ҡалаһы – Илгиз Мирғәлим улының тәү тәпәй баҫҡан, ҡанатын нығытҡан тыуған ере. Һәр кем кеүек тап тыуған тупрағында туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ ептәрен нығыта, совет осороноң талапсан уҡытыусыларынан белем ала, тормошто аңларға өйрәнә. Атаһы Мирғәлим Фаридон улы менән әсәһе Мөслимә Мөслих ҡыҙы ҡорған күркәм ғаиләлә эшһөйәрлек, татыулыҡ, матурлыҡ, маҡсатҡа өлгәшеү кеүек төшөнсәләрҙе ҡанына һеңдерә. Музей һәм театрҙарҙың эстетик зауығын тойорға һәм аңларға өйрәнеү студент саҡтың матур иҫтәлеге булып һаҡлана.
Илгиз Синәғәтуллин 1971 йылда ҡаланың 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының ул осорҙағы иң абруйлы һаналған роман-герман филологияһы факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, тәүҙә мәктәптә, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй, ә 1980 йылдан уның яҙмышы Бөрө дәүләт педагогия институты менән бәйләнә.
Үҙ-үҙенә талапсан егет Мәскәү дәүләт педагогия институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1984 йылда — “Сит тел булараҡ беренсе француз, икенсе инглиз телен уҡытҡанда ҡылымдың заман формаларын өйрәтеү” темаһына кандидатлыҡ, ә 1995 йылда “Аҙ комплектлы ауыл мәктәбендә тел уҡытыусыһының һөнәри әҙерлеге формалашыуы” темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Педагогия фәндәре докторы дәрәжәһенә өлгәшеү менән йәш ғалим башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһына мөдир итеп тәғәйенләнә. Белемле, булдыҡлы һәм пунктуаль етәксегә был вазифаны 20 йылдан ашыу йөкләргә тура килә. Шул дәүер эсендә уҡыу йорто бер нисә тапҡыр дәүләт аккредитацияһын лайыҡлы үтә.
Профессор Илгиз Синәғәтуллин глобаль һәм поликультур белем биреүгә иғтибар бирә. Күп милләтле йәмғиәттә тел сәйәсәте менән ҡыҙыҡһына. Уҡытыуҙа этнопедагогика һәм этнопсихология, халыҡ педагогикаһы мәсьәләләре лә борсой. Ғилми эшмәкәрлегендә аспиранттар һәм йәш тикшеренеүселәр менән етәкселек итеүе айырым иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Уның ҡанаты аҫтында 11 аспирант педагогика буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Алты тапҡыр халыҡ-ара фәнни гранттарҙың лауреаты булыу сит илдә стажировкалар үтергә мөмкинлек бирә. Инглиз һәм француз телдәрендә яҡшы аралашыуы фәнни мәҡәләләрен төрлө телдәрҙә баҫтырырға булышлыҡ итә.
Илгиз Мирғәлим улы Халыҡ-ара конференцияларҙа ла сығыш яһарға ярата. Быйыл Ҡазан федераль университетында педагогик белем биреү буйынса үткәрелгән 10-сы юбилей форумы эшендә ҡатнаша. Шуныһы ҡыуаныслы, был юлы Бөрө профессоры форумдың мәртәбәле ҡунағы вазифаһында саҡырыла. Ауыл мәктәптәренә юғары квалификациялы педагогтар әҙерләүгә һәм шәхес тәрбиәләүгә айырым иғтибар йүнәлтелгән был сарала төп спикерҙар булып профессор Ольга Юрьевна Васильева (Рәсәй мәғариф академияһы президенты, РМА академигы), Виктор Стефанович Басюк (РМА вице-президенты) ҡатнаша. Шулай уҡ BRICS илдәренән күренекле ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре сығыш яһай.
Форумда төбәктең педагогия вуздары статусын күтәреү, уҡытыусыларҙың һәм тәрбиәселәрҙең матди килемен үҫтереү хаҡында сығыштар яһала. Юғары уҡыу йортон ҡабаттан специалитетҡа ҡайтарыу тураһында һүҙ алып барыла.
Юбиляр үҙенең күркәм байрамын Рәсәй һәм сит илдәрҙә баҫылған 250-нән ашыу фәнни хеҙмәттең, шул иҫәптән 11 монографияның, дүрт уҡыу ҡулланмаһының авторы булараҡ ҡаршыланы. Мәҡәләләре Рәсәйҙең үҙәк журналдарында нәшер ителгән. Үҙе билдәләүенсә, иң кешелекле, иң маҡтаулы һөнәр – киләсәк быуынды тәрбиәләүсе лайыҡлы уҡытыусылар әҙерләү миссияһы тапшырылған уға.
Зыялы, ихтирамлы, кеселекле һәм кешелекле педагогты студенттар ҙа ярата. Уларға педагогик дисциплиналар буйынса юғары кимәлдә лекциялар уҡый, семинар дәрестәр алып бара. Үҙ миҫалында йәштәрҙе эҙләнеү эшенә йәлеп итә. Яратҡан остаздары етәкселегендә яҙған фәнни мәҡәләләре Рәсәй һәм республика нәшриәттәрендә баҫыла, төп тезистар конференция материалдарында урын ала. Шул уҡ ваҡытта уҡыу йортоноң имиджын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә Илгиз Синәғәтуллин. Был юҫыҡта республика уҡытыусылары өсөн даими фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрә, уҡыу йортоноң Ғилми советы ағзаһы булараҡ, үҙенең тәрән мәғәнәле фекерҙәре менән уртаҡлаша. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге республика һәм федераль кимәлдәге дәүләт наградалары менән баһаланған.
Илгиз Мирғәлим улы оптимист ҡарашлы. “Бөгөн беҙ һанлы тормошта йәшәйбеҙ. Шуға күрә киләсәктә мәғариф өлкәһендә һанлы технологияларҙың ҡулланылыуы киң ҡолас аласаҡ. Был – тура йүнәлешкә билет һәм дәүер бойороғо”, – ти ул.
Юбилярҙы күркәм байрамы менән ҡотлап, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы