Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл Өфө ҡалаһында, Ағиҙелдең текә ярында 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Башҡортостандың һәм Төньяҡ Осетияның халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев ижад иткән һәйкәл Өфө ҡалаһының йөҙөнә әүерелә, уның һүрәте Башҡортостан Республикаһының гербында урын алған.
60 йылға яҡын Өфөгә килеүселәрҙе сәләмләп торған һыбайлы батырҙың һәйкәле реставрациялауға мохтаж, тип тапты белгестәр. Иҫтәлекле объекттың яҙмышы өсөн республика йәмәғәтселеге лә борсола. Кисә, 31 октябрҙә, федераль әһәмиәткә эйә булған "Салауат Юлаев һәйкәле" мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау (реставрациялау) мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советы ултырышында төп һорауҙарға яуаптар яңғыраны, теләктәр белдерелде.
Был совет Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағында эшләй, унда 33 кеше – тарихсылар, төҙөүселәр, скульпторҙар, металдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар һәм башҡалар ингән.
– Һәйкәлдең техник торошон 2018 йылдан алып күҙәтәбеҙ. Тап шул ваҡытта уның авария хәлендә тиерлек булыуы асыҡланды. Һәм беҙҙең идаралыҡ менән Өфө ҡалаһы хакимиәте реставрация эшләтеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. 2020 йылда скульптураға, уның нигеҙенә һәм, ғөмүмән, һәйкәл урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа ентекле тикшеренеү үткәрелде. Һөҙөмтәлә, һәр береһенең яңыртыуға һәм нығытыуға мохтаж булыуы асыҡланды, – тине Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы рәйесе Салауат Ҡолбахтин.
19 ноябрҙә Баш дәүләт экспертизаһы һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ, тип көтөлә. Ул саҡта эштәрҙең төрҙәре, хаҡы һәм уларҙы башҡарыу ваҡыты тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ. Шунан һуң подрядсы ойошманы билдәләү буйынса конкурс үтәсәк.
– Әлеге көндә проект документацияһы скульптураны һүтеүҙе һәм цех шарттарында реставрациялауҙы күҙ уңында тота. Дөйөм алғанда, скульптураны реставрациялау, ҡурғандың нигеҙен ремонтлау һәм ерҙе нығытыу буйынса эштәр ҡаралған. Һәйкәлде һүтмәйенсә тороп, был мөмкин түгел: ул 40 тонна тарта, ә бейеклеге 10 метрға яҡын. Ул коррозияға дусар булған 60 пластинанан тора. Һәйкәлдең эске каркасы ла хәүеф тыуҙыра – ул да тутыҡҡан, иретеп йәбештерелгән урындары айырылған, – тип аңлатты Салауат Ҡолбахтин.
Проекттың баш инженеры Максим Козлов видеобәйләнеш аша скульптураны һүтеү кәрәклеген раҫланы.
– Тотоп торған каркас аттың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Иң яҡшыһы – һәйкәлде цехҡа күсереү һәм эште тейешле шарттарҙа сифатлы итеп башҡарыу, – тине Максим Козлов.
Салауат Ҡолбахтин белдереүенсә, һәйкәлде үҙе урынлашҡан майҙанда ремонтау ҡануниәткә тап килмәй, сөнки айырым һаҡлана торған биләмәгә коммуникация үткәреү тыйылған.
– Беҙ Баш дәүләт экспертизаһы алдында үҙебеҙҙең һәр теләкте яҡлап сыҡтыҡ. Радий Фәрит улы Хәбиров, һәйкәлде тағы 100 йыл торорлоҡ итеп реставрацияларға кәрәк, тигән талап ҡуйҙы, – тине ведомство етәксеһе.
Һәйкәлгә зыян килмәһен өсөн, уны айырым өлөштәргә бүлеп күсерәсәктәр. Әйткәндәй, һәйкәл ҡуйылған саҡта ла айырым өлөштәрҙән ҡоролған.
Совет ағзалары үҙ теләктәрен белдерҙе. Мәҫәлән, реставрация эше барасаҡ цехҡа видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу һәм уны һәр кем ҡарай алырлыҡ итеп эшләү, совет ағзаларына цехтағы эш барышы менән танышып йөрөү мөмкинлеген булдырыу, һәйкәлдең кире үҙ урынына ҡайтарылыу ваҡытын ҡәтғи билдәләү. Шулай уҡ һәйкәл булмаған ваҡытта ул урындың нисек биҙәлеүе менән дә ҡыҙыҡһыныусылар бар. Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле әйтеүенсә, унда һәйкәлгә бәйле мәғлүмәт урынлаштырырға уйлайҙар. Мәҫәлән, мәғлүмәтте байытыу маҡсатында әлеге мәлдә Сосланбәк Тавасиевтың ғаиләһе менән һөйләшеү алып барыла икән.
– Беҙ тарихи ҡарар ҡабул итеү осорон кисерәбеҙ. Батыр һынын беҙҙең ейәндәр һәм бүләләр ҙә күрәсәк һәм уның милләт өсөн изге ҡомартҡы, башҡорт халҡының рухы һәм донъя кимәлендә әһәмиәткә эйә һәйкәл булыуын аңлаясаҡ, – тине танылған скульптор, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков. – Теш табибына күренгән саҡта беҙ махсус урынға барабыҙ, ә белгесте үҙебеҙгә саҡырмайбыҙ. Бөгөн әйтелгән эштәрҙе лә, әлбиттә, цехта, белгестәр күҙәтеүе аҫтында башҡарырға, нигеҙен алмаштырырға кәрәк. Һәйкәл нисек итеп яһалған, шул килеш һаҡланып ҡалырға тейеш.
Салауат Ҡолбахтин, Салауат Юлаев һәйкәле мотлаҡ үҙ урынына ҡайтасаҡ, тип вәғәҙә итте. Өҫтәүенә, уға беренсел төҫө ҡайтарыласаҡ, ат күкрәгендәге сәйер шарттарҙа юҡҡа сыҡҡан күмелдерек тә (медальон) тергеҙеләсәк.