-13 °С
Болотло
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов Торлаҡ төҙөлөшө фонды вәкилдәре менән күп фатирлы өс ҡатлы йорт төҙөлөшөндә булып, урында күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Әлеге ваҡытта ер эштәре тамамланған. Нигеҙ әҙер. Тиҙҙән төҙөүселәр стеналарҙы күтәрә башлай. Был объект киләһе йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш.
Был күп фатирлы өс ҡатлы йорт йәш белгестәргә, шулай уҡ социаль категорияға ҡараған граждандарға, шул иҫәптән етем балаларға тәғәйенләнгән.
Наилә Имаева.