Әтнәш клубы биләмәһендә ҙур өмә уҙҙы. Татыу һәм эшһөйәр халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлде кәртәләне. Бының өсөн улар кәрәкле материалдарҙы үҙ аллы һатып алды. Өмәлә ҡатын-ҡыҙҙар торбаларҙы һәм профилдәрҙе буяны, ә ир-егеттәр евро рәшәткәләрҙе беркетте. Бының менән генә туҡталманы әле бирелә эштәр: һуңыраҡ клуб бинаһына ремонт башланды. Артабан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн өй туҡмасы киҫте, уны киптереп, алғы һыҙыҡҡа ебәрергә әҙерләп ҡуйҙы. “Беҙ МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итергә теләйбеҙ, өй ашы менән уларҙың көнкүрешен еңеләйткебеҙ килде. Туҡмастар тәмле генә түгел, улар әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡатындар, апайҙарҙың изге доғалары менән һуғарылған”, — ти әтнәштәр.
Ҡортлокүл ауылы халҡы ла көҙгө матур көндәрҙе файҙалы үткәреп, бергәләп экологик өмәгә сыҡты. Улар күл тирәһен һәм ауылдың төп урамын йыйыштырҙы, мәҙәниәт йорто территорияһында иҫкергән рәшәткәләрҙе алмаштырҙы.
Абыҙ клубы хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы китапханасылар “Хәүефһеҙлек сәғәте” үткәрҙе. Улар балаларға мәғлүмәти хәүефһеҙлек тураһында һөйләп, видеороликтар күрһәтте, таныш булмаған кешеләр менән үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты.
Ҡариҙелдәр Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә лә әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Кирҙә, Әтнәш, Иҫке Аҡбүләк ауылдарының сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы кешеләре спорт акцияһы ойошторҙо.
Нәғретдин ауылында клубта “Өҫтәл уйындары аҙналығы” үтте. Унда балалар ҙа, ололар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашты.
Сағыштырмаса йәш байрам булған Атайҙар көнө лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ҡәҙерле кешеләргә арналған сара Урғыш мәктәбендә үтте, унда күңелле конкурстар һәм ярыштар ойошторолдо.
Ҡортлокүл ауылында атайҙар менән футбол турниры үтте. Ә Абыҙҙа балалар өсөн “Атай тураһында һөйләшәйек” тигән әңгәмә ойошторолдо. Унда малайҙар һәм ҡыҙҙар ғорурлыҡ менән ҡәҙерле кешеләре, уларға хужалыҡта нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләне. Һуңынан Рөстәм Ғәлимйәнов менән Руфат Ғәйнуллин арбалеттан һәм һауа винтовкаһынан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Абыҙ клубына йөрөгән көмөш ирекмәндәр Ҡариҙелдә Үҙәк модель китапханала үткән конкурс программаһында ҡатнашты. Унда Ҡариҙел һәм Ҡыйғы райондарынан иң әүҙем, тормошто яратҡан өлкән быуын вәкилдәре йыйылды.
Иҫке Итҡусты ауылында Ғаилә йылына арналған музыкаль кисә үтте. Сарала өлкән быуын кешеләре һәм йәш ғаиләләр ҡатнашты. Һуңынан Иҫке Аҡбүләк урта мәктәбенең спорт залында “Күңелле старттар” ойошторолдо.
Ҡорош ауылында Людмила һәм Рәмил Ғәбдрисламовтар хужалығында Ҡаҙ өмәһе үтте. Боронғо халыҡ йолаһы бар шартына килтереп ойошторолдо. Сараның иң үҙенсәлекле өлөшө ҡаҙҙарҙы һалҡын һыулы шишмәгә алып барып сайҡатыу булды.
Лилиә Бәҙретдинова.