Ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм битараф булмаған ауылдаштар мәҙәниәт йортонда ойошторолған махсус хәрби операцияға ярҙам эшендә әүҙем ҡатнаша.
Ҡатын-ҡыҙҙар ауыл мәҙәниәт йортона иртәнге мәшәҡәттәрен тамамлағас йыйылһа, мәктәп уҡыусылары дәрестәрҙән һуң килә. Хәҙер маскировка селтәрҙәре үрә белмәгән кеше һирәктер. Солтанайҙарҙың да был тәүге ярҙамы ғына түгел, улар даими рәүештә маскировка селтәрҙәре үреп, яугирҙарға көнкүреш кәрәк-ярағы, кейемдәр, ризыҡтар тултырылған посылкаларҙы гумконвой менән ебәреп тора.
Йөрәк йылыһын ҡушып үрелгән был маскировка селтәрҙәре лә яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлаһын, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерһен.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.