Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь , 16:15

Мәшһүр яҙыусыға арнап

 Асҡын балалар моделле китапханаһында кескәйҙәр өсөн рухлы сара үтте

Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап

Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.

Бөгөн Асҡын балалар моделле китапханаһында "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған йәнле сара үтте.

Балаларҙы Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән Оло инәй ( ролдә — китапханасы Глүсә Ғәлиева) ҡаршы алды. Ул слайд-презентация ярҙамында, күргәҙмәлектәр файҙаланып, кескәйҙәргә яҙыусының  бай тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны, әҫәрҙәре хаҡында һөйләне. Сара барышында балалар ҙа шағирҙың  үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарын яттан һөйләне. “Күк сәскә” балалар баҡсаһынан — Эмиль Ғәлләмов, 2-се балалар баҡсаһынан Камила Хажиәкбәрова (видео аша һөйләне), “Ҡояшҡай”ҙан Нурия Әхмәтоваға иҫтәлекле бүләк һәм диплом тапшырылды.

Шулай уҡ сарала Мостай Кәрим ижадына арнап бай күргәҙмә лә ойошторолдо, унда китапхана фондынан рус һәм башҡорт телдәрендә яҙыусының әҫәрҙәре тәҡдим ителгәйне.

Сара аҙағында балалар тәмле милли ризыҡ — бауырһаҡтан ауыҙ итте, иҫтәлеккә фотоға төштө.

Илһөйәр Махатова.

Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Мәшһүр яҙыусыға арнап
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: